

Баландың мең төрлө файҙаһы бар. Баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баланды файҙалана. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырға күберәк.
Балан желеһы эшләү
Таҙартып йыуылған баланды ҡабығы йомшарғансы бешереп алығыҙ. Һуңынан һыуын түгеп, 2 стакан яңынан йылы һыу һалығыҙ ҙа йомшарғансы бешерегеҙ. Бешкән баланды иләк аша үткәргәс, шәкәр ҡомо ҡушып болғатығыҙ. Ҡатнашманы һалмаҡ утта ҡабат 50 минут ҡайнатып, стерилизацияланған банкаға тултырығыҙ. Шул рәүешле әҙерләнгән желены һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Желе өсөн: 1 кг баланға 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу кәрәк.