Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Гөлназ Назарова "Ләйсән" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ә буш ваҡытында оҫта хужабикә баҡса, гөлдәр үҫтерергә, емеш-еләк йыйырға һәм ҡышҡылыҡҡа тәмле ризыҡтар әҙерләргә ярата. Уның иң яратып әҙерләгән ризыҡтарының береһе - балан һуты. Ҡан баҫымын төшөрөүсе, иммунитетты күтәреүсе был шифалы ризыҡты әҙерләү серҙәрен ул беҙҙең менән дә бүлеште. 

"Баланды йыуып, таҙартҡас, иҙеп алам. Унан инде тимер иләк аша ышҡып-ышҡып һутын иҙеп сығарам. Һөйәктәрен алмайым. Балан һутына 1:1,5 нисбәтендә бал, йә булмаһа шәкәр ҡомо һалып бутайым. Ҡуйырырға тейеш. Ҡайнатмайым. Банкаларға һалып һыуытҡыста һаҡлайым.
Баландан эшләнгән был бик файҙалы тәмлекәсте банкаларға һалып, һыуытҡыста һаҡлайым. Ошондай ысул менән йыл да эшләйем. Яҡындарыма ла ауыҙ иттерәм, күстәнәскә бирәм. 
Мин һутын һыҡҡандан һуң алан һөйәктәрен алмайым. Әммә әрәм булмаһын тиһәң, уларҙан ҡайнатма эшләргә була", - тине Гөлназ Миңнебай ҡыҙы. 

Быйыл балан уңған тиҙәр, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова