Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
5 Июнь 2022, 14:45

Бәпембә – ябай сүп үләне генә түгел

Быуындар һыҙлауы көндәлек тормошта шул тиклем ныҡ ҡамасаулауы мөмкин, сөнки һыҙлау, ауыртыныу бөтөн иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә

Бәпембә – ябай сүп үләне генә түгел
Бәпембә – ябай сүп үләне генә түгел

Быуындар ауыртыуының, һыҙлауының сәбәбе төрлө булғанда ла, күп осраҡта ул быуын тирәһендәге туҡымаларҙың ялҡынһыныуы, елһенеүенән башлана. Быуындар ауыртыуынан ҡотолоу өсөн иң файҙалы үҫемлектәрҙең береһе – бәпембә. Ул ябай сүп үләне генә түгел, унан әҙерләнгән сәй һыҙланыуығыҙҙы кәметеп кенә ҡалмаясаҡ, ә организмды тотошлайы менән нығытырға ярҙам итәсәк.

Таҙа урында үҫкән, химик матдәләр менән ағыуланмаған, бысранмаған бәпембәләрҙе йыйығыҙ. Бер сынаяҡ сәй өсөн биш бәпембә сәскәһе етә. Уларҙы һалҡын һыуҙа йыуығыҙ.

Сәскәләрҙе кәстрүлгә һалып, улар йөҙөп йөрөрлөк итеп һыу ҡойоғоҙ. Был күләмдән бер-ике сынаяҡ сәй сығырға тейеш. Кәстрүлде утҡа ҡуйып, сәскәләрҙе 20 минут ҡайнатығыҙ. Ҡайнатылған төнәтмәне һарҡытығыҙ һәм сынаяҡтарға ҡойоғоҙ. Бер аҙ шәрбәт ҡушырға, тәм биреү өсөн лимон өҫтәргә мөмкин. Быуындарҙа ауыртыу тойған һайын ошолай сәй ҡайнатып әсегеҙ.

Иҫкәрмәләр:

– Әгәр бәпембәләрҙе үҙегеҙ йыйһағыҙ, бер сынаяҡ сәйгә күпме кәрәк, шунса ғына өҙөгөҙ. Яңы ғына йыйылған сәскәләрҙең файҙаһы күберәк.

– Әгәр сәйегеҙ күберәк килеп сыҡһа, ҡалғанын һыуытҡысҡа ҡуйып, һуңынан әсегеҙ.

– Бәпембә сәйен сәскәләренән генә түгел, тамырынан да эшләргә мөмкин.

– Әгәр ниндәйҙер дарыуҙар әсәһегеҙ икән, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ, сөнки бындай сәй ҡайһы бер дарыуҙарҙың тәьҫирен үҙгәртеүе бар.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

("Киске Өфө"нән)

Читайте нас: