Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
2 Июль 2022, 14:45

ИЮЛЬ АЙЫНЫҢ ШИФАЛЫ ҮЛӘНДӘРЕ

Йәшел дарыухана

ИЮЛЬ АЙЫНЫҢ ШИФАЛЫ ҮЛӘНДӘРЕ
ИЮЛЬ АЙЫНЫҢ ШИФАЛЫ ҮЛӘНДӘРЕ

Июль айында ҡылыс үлән (аир болотный), һаҙанаҡ (багульник болотный), мәтрүшкә, боланут, етен үлән (льнянка обыкновенная), туғай бөтнөгө (мята полевая), пастернак үләне, көкөрт үләне (плаун булавовидный), әрем, меңьяпраҡ, һыу боросо һәм геморрой үләне (горец почечуйный), бәпембә, көтөүсе муҡсаһы, юл япрағы, кипкәр (сушеница топяная), баҫыу ҡырҡбыуыны, эт дегәнәге (череда трехраздельная) үләндәрен; ҡара тилебәрән, ҡайын, вахта, ҡайын еләге, тайтояҡ (копытень европейский), ҡурай еләге, үгәй инә үләне, ҙур юл япрағы, талҡан емеш (толокнянка обыкновенная) япраҡтарын; ҡара тилебәрән һәм аҡ шыршы (пихта сибирская) бөрөһөн; бәйғәмбәр тырнағы (календула лекарственная), йүкә, гөлбаҙран (пижма обыкновенная) сәскәлектәрен; ҡыҙыл энәлек, зәңгәр сәскә (василек синий), үгәй инә үләне, гөлйемеш сәскәһен; ҡыҙыл энәлек, күк көртмәле, ҡайын еләге, балан, ҡурай еләге, ҡарағат, муйыл, ҡара көртмәле емештәрен; аҡ әнис орлоғон; балан ҡайыры; айыу ҡолағы (коровяк скипетровидный) сәскә таждарын; артыш тубырсыҡ-емешен; айыу көпшәһе (дягиль лекарственный), бәпембә, этҡолаҡ (окопник лекарственный), дөр-дөр сәскә (пион уклоняющийся) тамырын; аҡ шыршы һәм ҡарағай ылыҫы; болан күҙе (ромашка душистая) кәрзинкәһен йыябыҙ.

Үлән орлоҡланғанға тиклем уның һабағы, япрағы һәм сәскәһе файҙалы матдәләргә иң бай сағы. Емеше һәм орлоғо бешеп өлгөргән мәлдә дауаһы көслө. Тамыры, тамырһабағы, бүлбе, һуған-башы вегетация осоро аҙағында, сентябрь-октябрь айҙары тирәһендә, файҙалы матдәләргә бай.

Ағыулы үҫемлектәрҙе йыйғанда һаҡ булырға кәрәк. Бындай үләндәрҙе башҡалары менән бергә киптерергә һалыуҙан, бутап йыйыуҙан һаҡ булырға һәм уларҙы тотҡандан һуң ҡулды һабынлап йыуыу мөһим. Ағас һәм ҡыуаҡ бөрөһөн бүрткән, әммә асылып өлгөрмәгән саҡта йыйыу яҡшыраҡ. Ҡырҡып алыу өсөн тәғәйенләнгән ағастарҙың ғына бөрөһөн һәм ҡайырын йыйыу мөһим. Дауа өсөн йәш үҫентеләрҙең ҡайырын алығыҙ, ярғыланып бөткән оло ағас ҡайыры яраҡһыҙ була. Япраҡтарҙы үлән сәскә атырҙан саҡ ҡына алда йәки сәскә атыу башында әҙерләйҙәр. Ә сәскәһе ата башлаған мәлендә файҙалы, уны һабаҡһыҙ итеп йолҡорға кәрәк. Емеш һәм орлоҡтарын яҡшы бешкән мәлендә йыйығыҙ. Тамыры, тамырһабағы, бүлбе, һуғанбашы вегетация осоро аҙағында ҡаҙып алына, ҡайһы берҙәрен иртә яҙ менән дә әҙерләргә була. Һәр үҫемлекте төрлөсә киптерәләр. Бының өсөн махсус киптергес приборҙар ҡулланырға, эҫетелгән духовканы файҙаланырға була. Мәҫәлән, эфир майҙары күп булғандары – һары мәтрүшкә, бөтнөк (мята перечная), кейәү үләне һ.б. – ҡалын итеп йәйеп, һүрән температурала яй ғына киптерелә. Әгәр үҫемлектәр составында гликозид һәм алколоидтар булһа – уймаҡ сәскә (наперстянка), ҡаразирә (дурман), юл япрағы, ҡара тилебәрән һ.б. – ҡыҙыуыраҡ температурала шәп кенә киптерелә. Гөлйемеш, ҡайын еләге емештәрен, кәкүк емеше япрағын һәм башҡа витаминдар күп булған үҫемлектәрҙе юғары температурала тағы ла шәберәк киптерергә кәрәк. Шифалы үләндәрҙе ҡағыҙ, кизе-мамыҡ туҡыманан эшләнгән моҡсайҙарҙа һалҡынса һәм ҡоро бүлмәлә ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк. Үләндәр 1 -2 йыл тирәһе, тамырҙары 3-5 йыл тирәһе шифаһын юғалтмаҫҡа мөмкин.

(“Киске Өфө”нән).

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: