Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
21 Июль 2022, 11:15

Халыҡ дауаһы

Варикозға ҡаршы, тубыҡтарығыҙ ауыртҡанда түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Варикозға ҡаршы – әрем

Әремде ваҡлап, өҫтөнә һөт ҡойорға һәм уның әсегәнен көтөргә. Һуңынан уға сепрәкте манып, кәрәкле урындарға бәйләргә. Составты һыуытҡыста һаҡларға һәм өс көн эсендә ҡулланырға. Дауаланыуҙы бер айҙан һуң ҡабатларға мөмкин.

Әремдең дауалау сифаттары бик күп, бигерәк тә ул веналар өсөн һәйбәт. Ул ҡан әйләнешен активлаштыра, тамырҙарҙы нығыта, ҡанды шыйыҡлата. Компресты һөтһөҙ ҙә эшләргә мөмкин. 150 грамм әремгә ярты литр араҡы ҡойоп, ике аҙна самаһы ҡараңғы урында төнәтергә. Марляны йәки сепрәкте төнәтмәгә манып, компресс эшләргә һәм өҫтөнән ҡыптыр менән урап ҡуйырға. Компресты ятҡан ваҡытта эшләүе уңайлы. Курс - ике аҙна, ял - бер ай.

Тубыҡтарығыҙ ауыртһа...

130 бәпембә сәскәһен йыйып, уға бер флакон тройной одеколон ҡойорға һәм төнәтергә ултыртырға. Ни тиклем оҙағыраҡ ултырһа – шул тиклем яҡшыраҡ. Төнәтмә менән тубыҡтарҙы даими рәүештә ыуырға.

Тубыҡ аҫтында (артында) төйөн булғанда, тырнаҡ гөлө сәсәкәләренә араҡы ҡойоп, яҡшы итеп төнәтергә һәм төйөнгә сылатҡыс (примочка) эшләргә кәрәк.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

(“Киске Өфө”нән)

Читайте нас: