Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
31 Июль 2022, 12:05

Таблеткалар менән еңелерәкме?

Беҙ төрлө сирҙәрҙе халыҡ медицинаһы ярҙамында хәүефһеҙ, өйрәнелгән, ышаныслы алымдар менән дауалау ысулдарын белгән хәлдә лә «химия» менән ағыуланыуҙы өҫтөн күрәбеҙ.

Таблеткалар менән еңелерәкме?
Таблеткалар менән еңелерәкме?

Башыбыҙ ауырта икән – тиҙ генә һәр төрлө таблетканы йота һалабыҙ, ә бына үләндәр йыйып, төнәтмә эсеүҙе һанға һуҡмайбыҙ. Һөҙөмтәлә, тәбиғәт тарафынан беҙгә күп тапҡыр ярҙамы тейерлек үлән урынына һаулыҡҡа зыян килтереүсе дарыуҙар ҡулланабыҙ. Шул сәбәпле, иртә ҡартаябыҙ, организм тиҙерәк ҡаҡшай.

Баш ауыртҡанда беҙгә цитрамон йәки анальгин ҡабул итеү еңелерәк. Уның урынына мәтрүшкә йәки валериана төнәтмәһен эсергә, маңлайҙан башлап елкәгә табан массаж эшләргә генә кәрәк.

Тымаулағанда аптеканан нафтизин һатып алыу үҙеңә һуған төнәтмәһе, 2-3 тамсы йод, бер аҙ тоҙ, балдан танауға тамыҙыу өсөн тамсылар эшләгәнгә ҡарағанда ҡулай күренә. Йәки, бик булмаһа, тоҙҙо йә ҡомдо, ярманы ҡыҙҙырып, бәләкәй моҡсайға һалырға һәм танауҙы йылытырға мөмкин.

Ашҡаҙан язваһы (сей яраһы) ваҡытында алоэ гөлө япраҡтарының һутын бал менән эсеү файҙалы. Гелдәргә һәм таблеткаларға тотоноласаҡ аҡсағыҙ янда ҡалыр.

Тахикардия сирендә беҙ анаприлинға һәм корвалолға ташланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта тынысланып, тәрән итеп тын алырға, күҙҙәрҙе йоморға һәм һәр бер күҙ алмаһына һуҡ һәм уртансы бармак менән 10 секундҡа ғына баҫҡыларға, бер минут эсендә өс тапҡыр ҡабатларға.

Үҙәк көйгәндә – смекта урынына иртә таңдан ас ҡарынға ҡарабойҙай бутҡаһы ашарға кәрәк.

Аллергия борсоғанда, супрастин ярҙам итә, тип уйлайбыҙ. Уның урынына кесерткәндән йәки аҡ сәскәнән (ромашка) йәки укроптан төнәтмә эшләп эсеү урынлы булыр.

Холецистит киҫкенләшкәндә ҡулдар но-шпа йәки аллахолға ынтыла, был ваҡытта ҡайын бөрөһө төнәтмәһе яҡшыраҡ ярҙам итә.

Грипта, һалҡын алғанда антигриппин һатып алырға ашығабыҙ. Шул уҡ ваҡытта бер стакан ҡайнар һөт, бер аш ҡалағы ҡурай еләге ҡайнатмаһы, бер аш ҡалағы бал, 30 грамм коньяк (балаларға унһыҙ), 1/2 аш ҡалағы аш содаһы ҡушырға һәм ҡатнашманы төнгөлөккә эсергә (балаларға ярты стакан бирергә).

Ҡанды шыйыҡлатыу өсөн аспирин ҡабул итәбеҙ, уның урынына инжир ашау файҙалы.

Шулай иткәндә, ябайырак та, күпкә файҙалыраҡ та.

(«Народный лекарь» журналынан).

Читайте нас: