Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
15 Август 2022, 11:20

«К» – тимәк, кәбеҫтә

К витамины, Калий, Каротин. Был йәшелсә нимәһе менән файҙалы?

Беҙ йыш ҡына кәбеҫтәнең организм өсөн файҙаһын баһалап еткермәйбеҙ.

Иң беренсе был йәшелсә ашҡаҙанға һәм эсәклеккә йоғонто яһай.  Шулай уҡ кәбеҫтә үҙәк көйөүҙән ярҙам итә, шуға күрә уны ауыр ҡыҙҙырылған аҙыҡ-түлек менән бирәләр. Был йәшелсәлә күп булған К витамины ҡандың ойошоусанлығын яҡшырта, шуның менән яраларҙың тиҙерәк бөтәшеүенә ярҙам итә.

Кәбеҫтә кальций сығанаҡтарының береһе булып тора – организмда һөйәк туҡымаларын нығытырға ярҙам итә. Кальций шулай уҡ нервылар көсөргәнешен төшөрөргә булышлыҡ итә.

Кәбеҫтәнең тышҡы япраҡтарында бета-каротин күп, ул организмда А витамины булдырылыуына булышлыҡ итә. Был күҙҙәрҙең яҡшы күреүен һаҡлауға ыңғай йоғонто яһай.

Быларҙан тыш был йәшелсә, калийға, магнийға, фосфорға һәм башҡа күп микроэлементтарға бай.

Белгестәр әйтеүенсә, кәбеҫтәнән мөмкин тиклем күберәк файҙа алыу өсөн уны йыуған саҡта һыуҙа оҙаҡ тоторға ярамай, шулай уҡ U һәм C витаминдарын алыу өсөн уны сей килеш ашарға кәрәкмәй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: