Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
11 Март 2023, 16:35

Ҡыуаҡтарығыҙҙы эшкәртергә онотмағыҙ

Ябай, әммә һөҙөмтәле ысул

Ҡыуаҡтарығыҙҙы эшкәртергә онотмағыҙ
Ҡыуаҡтарығыҙҙы эшкәртергә онотмағыҙ

Баҡсалағы уңышҡа һөжүм иткән ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланылған инсектицидтар, фунгицидтар, пестицидтар күп, тик күпселек осраҡта ауырыуға ҡаршы тора алмай.

Бик ябай тойолһа ла, ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү байтаҡ проблемаларҙы иҫкәртергә ярҙам итә. Тәү сиратта эҫе һыу ҡарағат бөрөһөндә ҡышлаған талпанды юҡ итә. Был талпан бөрөлә йәшенеп, яҙ етеү менән бөрө эсендәге япраҡты ашай һәм уңышҡа ҙур зыян килтерә.

Онло ысыҡтың башланған мәлендә эҫе һыуҙың ярҙамы шаҡтай. Көн йылыныу менән был ауырыу шаша башлай, һәм саралар күрелмәгән осраҡта, йәй уртаһына ҡыуаҡты ҡоротоуы ихтимал. Был ауырыуға ҡарағат һәм крыжовник айырыуса тиҙ бирешә.

Эҫе һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер тип ҡурҡырға ярамай. Ҡайнар һыу менән эшкәрткәндән һуң, ҡыуаҡта сәскәле бөрөләр һаны ла бермә-бер арта икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Ҡар иремәҫ борон еләктәрҙе лә эҫе һыу менән эшкәртергә була. Был осраҡта һыуҙың температураһы 50 – 60 градус самаһы булырға тейеш. Ә йәй дауамында еләкте 45 – 50 градус самаһындағы һыу менән эшкәртергә кәрәк. Лайлалы ҡусҡар, төрлө беттәрҙән был ысул һәйбәт һаҡлай. Ә бына ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә һыу температураһы 60 – 70 градус самаһы булырға тейеш. 80 градустан юғарыраҡ булһа, һыу беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтерәсәк. Әйткәндәй, һыуға саҡ ҡына марганцовка өҫтәгәндә, тағы ла һәйбәтерәк буласаҡ. Йәнә һыуҙы лейка аша ғына ҡойорға була. 8 – 10 литрлыҡ биҙрә ике ҡыуаҡҡа һәм 4-5 квадрат метрҙа ултырған еләккә етәсәк. Иң мөһиме был кәңәште ҡар ирегәнсегә тиклем ҡулланырға кәрәк.

Читайте нас: