

Агроном Айһылыу Камалетдинова орлоҡто ергә төртөр алдынан уны бер аҙ марганцовка йәки гумат иретмәһендә тотоп алырға кәңәш итә.
Иң тәүҙә орлоҡто зарарһыҙландырыу сараһы үткәреү мотлаҡ. Иң һөҙөмтәле алым – калий перманганаты (марганцовка) иретмәһе. Бер литр һыуға 10 грамм марганцовка һалырға (ҡуйы шәмәхә төҫөндә булырға тейеш), орлоҡтарҙы 15-20 минут шунда тотоп, һыу менән сайырға. Артабан 200 мл һыуға ике-өс тамсы “Гуми” кеүек биопрепарат өҫтәп, орлоҡтарығыҙҙы ошо ҡатнашмала бер нисә сәғәт тотоп алһағыҙ, улар “рәхмәт” кенә әйтер. Был сара орлоҡтарҙы биологик әүҙем матдәләр менән байыта, көс бирә, сөнки шытым сығарыу, орлоҡтоң тышын ярыу, яҡтыға килеп сығыу өсөн бик күп энергия талап ителә, – тип кәңәш бирә Айһылыу.
Орлоҡто сәсер алдынан тупраҡ ҡатнашмаһы әҙерләү шарт, уны һатып алырға йәки үҙаллы эшләргә мөмкин. Тупраҡты йәшелсә баҡсаһынан алмағыҙ, унда сир таратыусы микроорганизмдар һәм әлегә йоҡлап ятҡан ҡоротҡостар күп.
Ҡыяр үҫентеһе өсөн еңел тупраҡ (яҡынса 50%), йылға ҡомо (10-15%), торф (20-30%) һәм таҙа ағас онтағы (10-15%) алына. Уларҙы яҡшы итеп бутарға кәрәк.
Бүрткән орлоҡто сәскәс, йылы һыу ҡойорға һәм шытымдар сыҡҡансы 22-25°С температура режимын һаҡларға кәрәк. Әгәр температура 16°С-тан түбән булһа, орлоҡтоң сыҡмауы, сереүе ихтимал. Шытымдар күренгәс, температураны 19-21°С арауығында тотоу кәңәш ителә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.