Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
20 Май 2023, 18:40

Насар тупраҡта ла ҡыярҙан мул уңыш алыу сере

Был ысул менән ултыртыусыларға ҡиммәтле ашламалар һатып алыуҙың да хәжәте юҡ

Насар тупраҡта ла ҡыярҙан мул уңыш алыу сере
Насар тупраҡта ла ҡыярҙан мул уңыш алыу сере

Бының өсөн уны бына хәҙер бик дөрөҫ итеп ултыртырға кәрәк. Иң элек шаҡтай уҡ тәрән соҡор (1 ярым көрәк тәрәнлегендә) ҡаҙырға. Соҡор төбөнә яңы өҙөп алынған кесерткән япраҡтарын (көрәк менән ваҡлап сабып) йәйергә. Ни тиклем вағыраҡ булһа, шуның ҡәҙәр һәйбәт – тиҙерәк сереп, тиҙерәк файҙа килтерә башлаясаҡ. Кесерткәнде клевер үләне лә алыштырырға мөмкин – унда азот матдәһе күп. Шунан кесерткәнде бер аҙ ғына тупраҡ менән болғатырға. Ҡатнашмаға һыу һибергә. Өҫтөнә 10 сантиметрлы компост ҡатламы һалғас, тағы һыу һибергә. Хәҙер инде ҡыяр үҫентеһен (орлоғон) ултыртырға ла була. Тупраҡ кипмәһен өсөн тирә-йүненә һалам (кипкән үлән ҡалдыҡтары) йәйергә мөмкин.

Былай эшләгәндә, ҡыяр үҫентеһе соҡор эсендә шаҡтай уҡ тәрәндә ҡала. Май айының һыуыҡ көндәрендә пленка менән ҡаплау өсөн уңайлы был. Ә инде үҫенте ҙур үҫкәс, соҡорҙо тупраҡ менән күмеп, ер менән тигеҙләргә кәрәк. Ҡыярҙың тамырҙарын нығытыу, уңышын тағы ла арттырыу өсөн шулай кәрәк.

Сығанаҡ: https://yantiyak.ru/articles/y-sh-khuzhabik-l-rg-/2020-05-12/yyar-mul-u-ysh-bir-en-s-n-96930

Фото: Zen.yandex.ru

Читайте нас: