Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
18 Июнь 2023, 09:45

Өс балғалаҡ һалһағыҙ, ҡыярҙарҙың япраҡтары һарғайыуы тураһында оноторһоғоҙ

...

Өс балғалаҡ һалһағыҙ, ҡыярҙарҙың япраҡтары һарғайыуы тураһында оноторһоғоҙ
Өс балғалаҡ һалһағыҙ, ҡыярҙарҙың япраҡтары һарғайыуы тураһында оноторһоғоҙ

Вегетация осоро – ҡатмарлы процесс. Шунлыҡтан үҫемлектәрҙе өҫтәлмә туҡландырыу кәрәк. Әүҙем үҫеү осоронда дөрөҫ тәрбиәләү мул уңыш һәм емеш биреү осорон оҙайтыуҙы тәьмин итә.

Бал иретмәһе ҡыярҙарҙы туҡландырыуҙа иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе булып тора, ти тәжрибәле баҡсасылар.  Ҡорт балы тиҙерәк үҫергә һәм ишәйергә ярҙам итә, шулай уҡ үҫемлектәрҙең иммунитетын нығыта.

“Татлы ашлама”ны әҙерләү бик еңел. Өс балғалаҡ балды 5 литр йылы һыуҙа иретергә генә кәрәк. Уны яҡшылап болғатып һәр төпкә яртышар литр ҡойоп сығаһың.

Шулай уҡ сәскә атҡан осорҙа уларға татлы һыу һипһәң, был бал ҡорттарын күберәк йәлеп итә. Ә улар ни тиклем күберәк булһа, сәскәләрҙе шул тиклем тиҙерәк һеркәләндерә.

Читайте нас: