Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
10 Август 2023, 22:45

Ни өсөн элек иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡты теркәү талап ителә

.

"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре аңлата ❓Ниндәй күсемһеҙ милек объекты быға тиклем иҫәпкә алынған, тип билдәләнә? Был - 1998 йылдың 31 ғинуарына тиклем һатып алынған күсемһеҙ милек. Ошо датаға тиклем милеккә хоҡуҡ «иҫке тәртиптә» - ер комитеттарында һәм Техник инвентаризация бюроһы органдарында теркәлгән. Хәҙер күп осраҡта ошондай объекттар тураһында мәғлүмәт Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында юҡ. ❓Милекселәрҙе эҙләү эшен кем алып бара һәм ул нимәгә кәрәк? Күсемһеҙ милектең тулы һәм теүәл реестрын булдырыу өсөн урындағы үҙидара органдары тарафынан башҡарыла. ❓Милексене эҙләү нисек алып барыла? Күсемһеҙ милек объекты файҙаланыуға яраҡлы булып та уға ҡарата хоҡуҡ Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәлмәһә, муниципалитет милексе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт бирерҙәй барлыҡ хеҙмәттәргә, ведомстволарға һәм архивтарға хат ебәрә. Табылған милекселәргә шәхсән йәки почта аша хәбәр ителә. Артабан улар хаҡындағы мәғлүмәт "Росреестр"ға ебәрелә һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә. Әммә был милек хоҡуғы автоматик рәүештә теркәлә тигәнде аңлатмай. ❓Милеккә хоҡуҡты кем теркәй? Милек хоҡуғына эйә булыусының "Росреестр"ға ғариза менән мөрәжәғәт итеүе мөһим. Быны Күп функциялы үҙәк офистарында эшләргә мөмкин. Ғариза, паспорт һәм милеккә хоҡуҡты билдәләүсе документтар талап ителә. Хоҡуҡты теркәү бушлай башҡарыла - быға тиклем барлыҡҡа килгән хоҡуҡты теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәкмәй. ❓Милек хоҡуғына эйә булыусы хоҡуғын теркәүҙе һорап мөрәжәғәт итмәһә, нимә була? Был осраҡта уның тураһындағы мәғлүмәт урындағы хакимиәттең ғаризаһы буйынса Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә. Әгәр хужа кеше артабан үҙенең күсемһеҙ милеген һатырға йәки бүләк итергә теләһә, уға барыбер хоҡуғын теркәргә тура киләсәк. ❓Объекттың элек иҫәпкә алынғанмы-юҡмы икәнлеген нисек асыҡларға? "Росреестр" сайтында (https://vk.cc/c6IoHM) «Онлайн режимда күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә» сервисы ярҙамында мәғлүмәт алырға мөмкин. Әгәр мөлкәт теркәлмәгән булһа, сайтта «быға тиклем иҫәпкә алынған» тигән яҙыу буласаҡ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: