Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
31 Август 2023, 10:47

Аяҡтарығыҙҙың һыҙлауын оноторһоғоҙ!

Хәрәкәтләнеү әҙ булғанлыҡтанмы, бәлки башҡа сәбәптәр арҡаһындалыр, күптәр аяҡтары һыҙлауына зарлана. Гел дарыуҙар менән генә дауаланып булмай бит инде, халыҡ ысулын ҡулланып ҡарағыҙ. 

Аяҡтары һыҙлап яфаланғандарға ябай ғына тәмләткес ҡәнәфер ярҙам итер. 5 ҡап (50 г) ҡәнәфергә 100 мл араҡы йә спирт ҡойоп ҡараңғы урынға ултыртып торорға. Шыйыҡса ҡарағусҡыл төҫкә инһә, дарыу әҙер тигән һүҙ.

Ошо шыйыҡсаны һыҙлаған быуындарығыҙға һөртөп өҫтөнә шыптыр ябырға кәрәк. Бер нисә көн дауамында шулай итһәгеҙ, быуындарығыҙҙың һыҙлауы кәмер, тупһанан да менеүе еңеләйер. 


Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: