Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
11 Сентябрь 2023, 11:45

Бәшмәк йыя башлаусыларға кәңәштәр

Һуңғы арала көндәр ямғырлы тора. Күптәргә йонсоу һауа торошо оҡшамаһа ла, бәшмәкселәр ҡыуана, сөнки ямғырҙан һуң бәшмәк ҡалҡа! Әммә был шөғөл үҙенә күрә һаҡлыҡ та талап итә.



- Тәжрибәле бәшмәкселәр ҙә яңылыша! Шикләнһәң – өҙмә! Әгәр алдыңда ниндәй бәшмәк үҫеп ултырғанын белмәһәң, бик һирәк осраған төргә оҡшаһа ла, ҡырҡып алмауың хәйерле.

- Урманға тәүге походтарға тәжрибәле бәшмәксе менән барырға тырышығыҙ.

- Башта бәшмәктең көпшәле төрҙәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уларҙың эшләпәһе аҫтындағы өлөшө губканы хәтерләтә. Бындай бәшмәктәр араһында ағыулылары һирәк осрай. Ундайҙарға ҡайын, уҫаҡ бәшмәге ҡарай.

- Бәшмәктәр урманда ғына үҫә, тип уйламағыҙ. Бәшмәкле урындарҙың уйламаған ерҙә, мәҫәлән, ҙур булмаған ағаслыҡта ла булыуы ихтимал. Яҡтылыҡ һәйбәт төшкән, тәпәш үлән үҫкән урындарҙа бәшмәккә бай аҡландар йыш осрай.

- Был эш өсөн иң ҡулай һауыт – кәрзин. Биҙрә һәм полиэтилен ҡапсыҡтар ярамай, сөнки уларға һауа инмәй һәм бәшмәктәр тиҙ боҙола. Бысаҡ менән файҙаланығыҙ: ҡырҡҡан саҡта бәшмәктең ҡортломо, түгелме икәнен дә күрерһегеҙ. Ҙур бәшмәктәрҙе йыйыу менән мауыҡмағыҙ. Ғәҙәттә улар боҙолған була.

- Юл буйҙарынан, сәнәғәт предприятиелары, тимер юлы янында бәшмәк йыймағыҙ. Улар, губка һымаҡ, тирә-яҡ мөхиттәге бөтә матдәләрҙе үҙенә һеңдерә. Һөҙөмтәлә бәшмәктә нитраттар ҙа, пестицидтар ҙа, ауыр металдар ҙа булыуы бар.

- Өйҙә бәшмәкте мөмкин тиклем тиҙерәк эшкәртергә кәрәк. Бер тәүлектән һуң бөтә уңышты сүп-сар биҙрәһенә ташларға тура киләсәк, сөнки бәшмәктәр ашарға яраҡһыҙға әйләнәсәк. Әгәр эшкәртеп бөтә алмаһағыҙ, ҡалғанын киптерегеҙ йәки туңдырығыҙ.

- Урманға юлланыр алдынан мотлаҡ һауа торошона күҙәтеү менән танышығыҙ. Әгәр синоптиктар ямғыр йәки йәшен вәғәҙә итһә, сәйәхәтегеҙҙе кисектереп тороғоҙ.

Сығанаҡ:Башҡортостан гәзите.

Фото: ya.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: