- Тығыҙ дымлы аяҡ кейеме, тар өҫ кейеме, ас, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ һәм уңайһыҙ хәлдә булыу туңыуға килтерә, - ти белгестәр.
- Тәмәке тартыу һәм алкоголь ҡулланыу ҙа йыш ҡына фәжиғәгә килтерә.
- Түбән температура булғанда бейәләй, бүрек һәм шарфһыҙ йөрөмәҫкә, урамға сығыр алдынан ашарға, туңа башлауыңды һиҙһәң, шунда уҡ йылы бинаға инергә кәңәш ителә.
- Аяҡтар туңған осраҡта, урамда аяҡ кейемен сисергә ярамай, сөнки улар шешеүе ихтимал. Ҡулдар туңған осраҡта, уларҙы ҡултыҡ аҫтарына ҡуйып йылытып була.
- Өшөгән кешене тәүҙә йылы урынға индерергә кәрәк, уны әкренләп йылытыу тәҡдим ителә.
- Тәүге ярҙам йылы ваннаға индерергә, һыуҙың температураһын 20-нән 40 градусҡа тиклем яйлап еткерергә кәрәк. Бынан һуң өшөгән урынды инфекция инмәһен өсөн һабынлап йыуырға һәм йомшаҡ таҫтамал менән һөртөргә кәрәк.
- Ҡайнар сәй, һөт, какао, аш эсерергә мөмкин.