Ылыҫтың шифаһы ҙур
Ҡарағай ылыҫы халыҡ медицинаһында төрлө ауырыуҙарҙан килешеүе билдәле. Энәләренән төнәтмә лә, мазь дә, ванна ла эшләйҙәр. Бай химик составҡа эйә ҡарағай ылыҫы:
Һәр сирхауға дауа үҙенсә әҙерләнә. Ә беҙ был осорҙа һәр кем өсөн файҙалы булырҙай бер генә рецепҡа туҡталабыҙ.
Ҡарағай ылыҫынан төнәтмә организмдың тонусын күтәреүе, иммунитетты яҡшыртыуы, һыуыҡ тейеүҙе дауалауы менән килешә. Төнәтмәне спиртта эшләргә лә, һыу ҡулланырға ла була. Беҙ һыу менән әҙерләйек. 400 гр энәне (кипкәне лә ярай) ваҡ ҡына итеп турап, быяла һауытҡа һалабыҙ. Унда 500 мл һыу ҡоябыҙ ҙа, 2 балғалаҡ лимон һуты өҫтәйбеҙ. Болғатғас ҡапҡас менән ябып, һалҡын, ҡараңғы урынға 3 көнгә ултыртабыҙ. Әҙер булғас, 5 көн дауамында көнөнә 200 мл-ҙан эсәбеҙ. Курсты бер аҙнанан ҡатларға була.
Шыршыны – мунсаға
Шыршы, пихта ботаҡтарынан мунса өсөн бына тигән миндек эшләп була. Ундай миндек менән сабыныр алдынан ярты сәғәт самаһы ҡайнар һыуҙа бешекләп алырға кәрәк. Һыуын түгергә ашыҡмағыҙ, сайыныу өсөн ҡулланығыҙ. Ул хәлһеҙлектән ярҙам итер, ҡан йөрөшөн яҡшыртыр.
Кипкән ағас ботаҡтары мунса мейесен тоҡандырыу өсөн дә файҙаланыла, әммә уны өй мейесендә яндырыу кәңәш ителмәй.
Файҙалы ла, хуш еҫле лә
Яңы йыл ҡупшыҡайынан һабын эшләргә була. Бындай һабын магазинда һатылғанына ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Сөнки шыршының энәләрендә кеше организмына ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары күп. Ылыҫтан әҙерләнгән һабын тынысландыра, иммунитетты күтәрә һәм баш ауыртыуын баҫа.
Һабын әҙерләү өсөн ҡарағай йәки шыршының энәләрен айырып алабыҙ, йыуабыҙ. Кибеңкерәп киткәндәрен һыуҙа ебетеп алабыҙ ҙа блендер менән ваҡлайбыҙ. Беҙгә махсус һабын әҙерләү шыйыҡсаһы йәки ябай һабын киҫәге кәрәк була. Һабын киҫген ваҡлап микротулҡынлы мейестә иретеп алабыҙ ҙа, һәр 100 г иретелгән һабын иҫәбенә 1 балғалаҡ ваҡланған ылыҫ өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа, әҙер формаларға һалып, ҡатырырға ҡуябыҙ.
Хуш еҫле саше
Бының өсөн туҡыманан тегелгән бәләкәй моҡсайҙар, шыршы йәки ҡарағай ылыҫтары кәрәк буласаҡ. Моҡсайҙарға ылыҫ, әфлисун йәки мандарин ҡабыҡтары, дәрсен (корица) һәм лаванда тултырып, башын бәйләп ҡуябыҙ. Уларҙы кейем шкафына, автомобилгә һалырға була. Ваҡыты-ваҡыты менән мосайҙарҙы ыуғыслап алһағыҙ, хуш еҫтәр тағы ла нығыраҡ аңҡыр.
Бындай шәм һеҙгә оҡшап ҡалыр
Шыршы ылыҫынан матур шәмдәр ҙә эшләргә була. Бының өсөн кипкән шыршы йәки ҡарағай энәләрен үтә күренмәле стакандарға йәки махсус формаларға тултырырға кәрәк. Май шәм эшләү өсөн махсус парафин йәки балауыҙҙы иретәбеҙ ҙә стакандарға ҡойоп сығабыҙ. Иң мөһиме: шәмгә еп ҡуйып ҡалдырырға онотмағыҙ. Янған саҡта ылыҫ тәмле еҫтәр сығарасаҡ.
Бесәйгә уйынсыҡ яһайбыҙ
Шыршының олононан иһә бесәй өсөн тырнағыс эшләргә була. Бының өсөн шыршы олонон 30-40 см оҙонлоҡта ҡырҡып алабыҙ. Киңлеге 20-25, оҙонлоғо 30-35 тирәһе булған таҡта киҫәге уртаһына беркетеп ҡуябыҙ. Үҙегеҙ теләгәнсә таҡтаның мөйөштәрен түңәрәкләтеп ҡуйһағыҙ ҙа була. Артабан инде таҡтаны ла, ағас киҫәген дә сүс ҡалын еп йәки арҡан менән уратып сығырға ғына ҡала. Иң өҫтөнә берәй уйынсыҡ та беркетеп ҡуйырға була.
Зәлиә Байғусҡарова.