Ғәҙәттәр беҙҙең йәшәү рәүешен билдәләй. Шуның өсөн файҙалы ғәҙәттәрҙе арттырырға, ә зарарлыларынан арынырға кәрәк. Яңы йыл башы – йәшәү рәүешенә үҙгәрештәр индереү өсөн иң ҡулайлы мәл. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы социаль селтәрҙә ниндәй ғәҙәттәр файҙалы булыуы тураһында һөйләне.
– Туйғансы йоҡлағыҙ. Көн һайын 6-8 сәғәт йоҡларға тәҡдим ителә һәм киске 11-гә тиклем ятырға кәрәк, шул саҡта йоҡо ныҡлы һәм файҙалы буласаҡ
– Әүҙем булығыҙ – даими физик әүҙемлек артыҡ ауырлыҡты иҫкәртергә ярҙам итә һәм хәлде яҡшырта.
– Дөрөҫ туҡланыу. Һүҙ йонсотҡос диеталар тураһында түгел. Иң ябайынан башлағыҙ: ҡурылған ризыҡтан баш тартығыҙ, рационығыҙҙа шәкәрҙе мөмкин тиклем кәметегеҙ.
– Һыу эсегеҙ. Кешенең организмы 70% һыуҙан тора. 2 литр һыу эсергә кәрәкмәй, һуһаған саҡта эсеү ҙә етә.
– Гаджеттар менән мөнәсәбәтегеҙҙә тайм-аут алығыҙ. Был стресты һәм көсөргәнеште бөтөрөргә һәм иғтибарҙы башҡа шөғөлдөргә йүнәлтергә ярҙам итәсәк.