Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
17 Февраль , 13:50

"Эксибишен" һуғанын сәсергә ваҡыт

Баҡсасылар араһында популярлыҡ яулай барған культураларҙың береһе - "Эксибишен" сортлы һуғанды  ултыртып ҡарағыҙ. Мәшәҡәтлерәк булһа ла, уңыш йыйғанда ҡыуанырһығыҙ әле.

"Эксибишен" һуғанын сәсергә ваҡыт
"Эксибишен" һуғанын сәсергә ваҡыт

Был сортлы һуғандың уртаса ауырлығы  150-550 г тәшкил итә. Ҡайһы бер баҡсасылар 800 г ауырлыҡтағы һуған үҫтергәне лә бар.  1 квадрат метр түтәлдән уртаса 4.5 кг уңыш алырға була.

Был һуғанды февраль айынан март аҙағынаса рассадаға ултыртырға була. 

Бының өсөн орлоҡтарҙы  1 л һыуға 1 г марганцовка һалып 45 минут тирәһе тотоп алыр кәрәк. Һыуынан һарҡытып киптереп алғас сәсергә була. Рассада өсөн 15-20 см бейеклектән дә кәм булмаған һауыт алырға кәрәк. Яҡшы тупраҡ тултырғандан һуң орлоҡтарҙы сәсәбеҙ. Иң мөһиме - һыуҙы тик пульверизаторҙан ғына һибергә кәрәк. 

Бер аҙна ваҡыт үтеүгә һуған орлоҡтары шытып сығасаҡ. Апрель айҙарында үҫентеләрҙе сыныҡтыра башларға кәрәк. Май урталарында тупраҡ йылынғас түтәлдәргә күсереп ултыртырға ла була.
 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: