Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
3 Апрель , 11:00

Йоҡлай алмағандар өсөн сәй

Уны әҙерләү өсөн 1 л һыу, семтем корица һәм бер банан кәрәк булыр.

Йоҡлай алмағандар өсөн сәй
Йоҡлай алмағандар өсөн сәй

Һыу ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ. Унда туралған банан һалып, талғын утта 15 минут ҡайнатабыҙ ҙа, корица өҫтәп, болғатабыҙ. Кәстрүлде уттан алып, ҡапҡас ябып ултыртабыҙ.

 

Сәйҙе йоҡлар алдынан 30 минут самаһы алдан эсәбеҙ. Ул ошо ваҡыт эсендә нервыларҙы тынысландырыр, мейеләге көсөргәнеште кәметер һәм йоҡоно килтерер.

 

Йоҡоһоҙлоҡтан арыныр өсөн был сәйҙе 1-2 ай буйы эсергә кәрәк. 

Сәләмәт булығыҙ, тәмле йоҡолар һеҙгә!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: