-6 °С
Болотло
1. Тупраҡҡа сығарып ултыртырға 2-3 көн ҡалғас үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын ҡырҡығыҙ.
2. Күсереп ултыртҡанда соҡорға әҙерәк ағас көлө һалыу мөһим.
3. Үҫентеләр тиҫ уңыш бирһен өсөн сәсәкә атҡанда бор кислотаһы эретмәһе һибер кәрәк(10 литр һыуға 5 гр бор кислотаһы).
4. Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫеше өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсөн 3 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙығыз. Шуны һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк булыр.
Помидорҙарҙы фитофторанан һаҡлау өсөн йод ҡулланығыҙ. Бының өсөн бары бер нисә тамсы йод һәм 250 мл һөт кәрәк буласаҡ. Йод һәм һөттө 1 литр һыуға ҡушып яҡшылап болғатығыҙ ҙа,помидорҙарҙы ҡойондороп алығыҙ.
Фото:dzen.ru