Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
24 Май , 09:39

Тәҙрәләрегеҙҙе йыуҙығыҙмы әле?

Ҡыштан һуң быяланы таҙартыу өсөн хәҙер әллә ниндәй химик препараттар бар. Әммә тәҙрәләрҙе ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән дә таҙа итеп тоторға була. 

Тәҙрәләрегеҙҙе йыуҙығыҙмы әле?
Тәҙрәләрегеҙҙе йыуҙығыҙмы әле?

* 1 литр һыуға 1 сәй содаһы һәм кер һабыны эретмәһе һалып болғатырға. Быяла йыуыу сараһы әҙер.

* Тәҙрәләр ныҡ бысранған булһа, сода эретмәһе ярҙам итер. Был эретмәне һиптереп, 10-15 минутҡа ҡалдырырға кәрәк. Әммә сода менән рамдарҙы ышҡырға кәңәш ителмәй, боҙоуы бар. Һөртөп алырға ғына кәрәк.

* Тәҙрәне йыуғанда һалҡын һыу һәм аш һеркәһе лә яҡшы таҙарта. Һыу менән (эҫе лә, йылы ла булмаһын) тәҙрәне йыуып, аш һеркәһе менән һөртөп сығығыҙ.

* Тәҙрә бысраҡ булғанда 1 л һалҡын һыуға 6-9 аш һеркәһе һалып, шул ҡатнашма менән йыуырға. Унан тәҙрәне ҡоротоп алырға.

* Әгәр тәҙрә быялаһы майланған булһа, нашатырь спирты ярҙамға килер. 1 л һыуға бер нисә тамсы спирт тамыҙып, быяланы йыуалар.


Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: