Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
25 Май , 18:05

Баҡсасыға яҡшы ярҙамсы

Соданы тәжрибәле баҡсасылар төрлөсә ҡуллана

Баҡсасыға яҡшы ярҙамсы
Баҡсасыға яҡшы ярҙамсы

Беҙ соданы ғәҙәттә кулинарияла һәм көнкүрештә генә ҡулланабыҙ, ә ул – баҡсала ла бына тигән ярҙамсы!

Соданы ниндәй осраҡтарҙа, күпме миҡдарҙа ҡулланырға? Мәҫәлән, виноград емешләнә башлаған осорҙа 10 литр һыуға 75 грамм сода ҡушылған ҡатнашма һибергә кәңәш ителә. Был сара виноградты сереүҙән һаҡлай һәм емештә шәкәр миҡдарын арттыра.

Әлеге ҡатнашма бөтә емеш ағастары өсөн файҙалы, уларҙы япраҡ ашаусы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Ә кәбеҫтәне ҡорттарҙан һаҡлау өсөн соданы япраҡ өҫтөнә ҡоро килеш һибергә тәҡдим ителә.

Сода – ҡыярға ныҡ зыян килтергән онло ысыҡҡа ҡаршы көрәшеүҙә лә һөҙөмтәле сара. Бының өсөн бер литр йылы һыуға бер сәй ҡалағы сода һалып болғатырға. Әгәр ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарҙы эшкәртергә теләһәгеҙ, бер аш ҡалағы сода, бер таблетка аспирин, бер сәй ҡалағы шыйыҡ һабын, бер аш ҡалағы үҫемлек майы һәм 4,5 литр һыу ҡушылған ҡатнашма әҙерләгеҙ.

Шулай уҡ ниндәйҙер арауыҡта бер тапҡыр 10 литр һыуға бер аш ҡалағы сода өҫтәлгән һыу һипһәгеҙ, ҡыярығыҙҙың япраҡтары иртә һарғаймаҫ.

“Башҡортостан”дан

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: