-7 °С
Ҡар
Еләк күпселек өлөш һыуҙан тора. Шуға ла уны һуғарыуға етди ҡарарға кәрәк. Иң яҡшыһы быны кис эшләү. Икенсенән, еләк татлы булһын өсөн уға төрлө микроэлемменттар менән бай ашлама кәрәк. Әлбиттә, уларҙы магазиндан алырға ла була. Әммә ауыл кешеһе өсөн бушлай ашлама ла етерлек. Етмәһә органик матдәләр – зыянһыҙ. Түбәндәге ашламаларҙың үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап, еләк сәскә атҡан мәлдә ҡулланығыҙ. Туҡландырыу 1 еләк ҡыуағына 0,5 л эретмә иҫәбенән башҡарыла.