Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
17 Июнь , 16:05

Кәйефте бер минут эсендә күтәреүҙең ете ҡағиҙәһе

Иртән уянғас та йылмайыу түгел,хатта күҙҙе аса алмай ятҡан сағығыҙ булғаны бармы? Иртәнән кискә ҡәҙәр яуып торған борсоулы хәбәрҙәргәме, бер туҡтауһыҙ тажылдығы сыҡҡан бала-сағағамы, ризаһыҙлығы йөҙөнә һытылып сыҡҡан иргә ҡыуанырғамы һуң? Бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ: бәхетле ҡатын ғына ирен дә, балаларын да,хатта йорт бесәйен дә ырыҫлы итә ала. Шулай булғас, иң моңһоу һәм ҡараңғы көндә болоттарҙы таратырлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт:

Кәйефте бер минут эсендә күтәреүҙең ете ҡағиҙәһе
Кәйефте бер минут эсендә күтәреүҙең ете ҡағиҙәһе

1.ЙЫЛМАЙЫҒЫҘ.

Был ысулдың ап-анһат,яп-ябай икәнлеген бөтәһе лә белә. Мейе менән кәүҙә бәйләнеше хаҡында ла ишеткәнегеҙ барҙыр? Йылмайыу мейегә беҙ бәхетле тигән сигнал ебәрә. Барыһы ла яҡшы икән,тип организм үҙенән-үҙе кәйефте күтәреүсе гормон-эндорфиндарҙы әүҙем етештерә башлай. 80-се йылдар башында яһалған был асышты әленән-әле ошо юҫыҡта эшләүсе ғалимдар раҫлап килә.

2. ҮҘЕГЕҘҘЕ ИПКӘ КИЛТЕРЕГЕҘ.

Сәсегеҙ ҡарға ояһын хәтергә төшөрә,футболкағыҙ тубыҡҡа тиклем һуҙылып төшкән,күҙ төптәре күгәргән, әйтерһең дә, һеҙҙе йоҡоһоҙлоҡ йонсота. Тормошҡа шатланыу түгел, башҡаларҙың да кәйефен ҡырырлыҡ ҡиәфәтебеҙ! Төҫөгөҙҙө асҡан күлдәк кейеп алһағыҙ, ирегеҙ ҡайтыуына бер-нисә тамсы хушбуй һөртөп, яратҡан алҡаларығыҙҙы тағыу менән ыңғай үҙгәрештәр башланыр. Ҡатын-ҡыҙ гүзәл зат бит. Матур күлдәк, яңы прическа менән ҡыйынлыҡтарҙы еңеүе еңелерәк,һәм был,ысынлап та,шулай.

3. ТӘҘРӘГЕҘҘЕ ШАР АСЫП,БАЛКОНҒА ЙӘ ТЫШҠА СЫҒЫҒЫҘ.

Ҡояш нурҙарына иркәләнеп, икмәк кибете яғынан иҫкән елдең танауығыҙға яңы ғына мейестән сыҡҡан ҡаластың еҫен алып килгәненә ҡыуанып алығыҙ. Ҡоштар һайрауына, ҡала йә ауылдың шау-шыуына,япраҡтарҙың шыбыр-шыбыр килеүенә ҡолаҡ һалығыҙ... Күккә ҡарап, ошо мәлдең илаһилығын,хозурлығын күреп, ишетеп,уға ҡағылып йәшәүегеҙ өсөн АллаһУ Тәғәләгә йәнә бер рәхмәт әйтегеҙ. ...... 4. СӘЙ ЯҺАҒЫҘ.

Йәки кофе, эҫе ашоколад,компот ҡайнатығыҙ. Иң мөһиме- бер-ике минут үҙегеҙ менән яңғыҙ ҡалып, яратҡан эсемлектән ләззәт алығыҙ.Эш бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ: иртәнге ашығыҙҙы ла әҙерләп, балалар менән өйгә эште лә эшләргә, шкафты ла ипкә килтерергә өлгөрөрһөгөҙ. Ошо ҡыҫҡа ғына мәл эсендә тынысланып алған күңел торошо көн оҙоно һаҡланыр.

5. ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОСАҠЛАҒЫҘ.

Беҙ һәр ваҡыт ҡайҙа ла булһа ашығабыҙ, фатирҙан сыға алмай ятҡан көндә лә сысҡан ярышына оҡшаш ҡабалан-ҡарһалан йөрөүебеҙ ҙә баҫылмай кеүек. Өйҙә ултырып та, балағыҙҙы бер ҡосаҡлап алыр, иптәшегеҙгә яғымлы һүҙ, атай-әсәйегеҙгә рәхмәт тойғоларын еткерер өсөн ваҡыт тапмай үткәргән көнөгөҙ бармы? Булһа, кисекмәҫтән был хәлде ыңғайға борорға кәрәк. Ҡосаҡлашығыҙ, үбегеҙ, ихлас һөйләшегеҙ, ҡытыҡлағыҙ, бер-берегеҙгә көлкөлө мауыҡтырғыс хикәйәләр һөйләгеҙ, ЯРАТЫҒЫҘ!

6. СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘН СЫҒЫҒЫҘ.

Мәкерле һәм йыртҡыс дошманыбыҙ –социаль селтәр һәм мессенджерҙар –бөтә хәлде һәм ваҡытыбыҙҙы ала.Яңылыҡтарҙы сәғәт һайын ҡараштырып торғандан һуң тормошобоҙ рәтләнәме икән? Блогерҙарҙың фотошоп аша үткән һүрәттәрен ҡарап, файҙа һәм фәһем алабыҙмы? Үҙегеҙҙе аҡларға ашыҡмағыҙ, социаль селтәр ҡоллоғонан ҡотолоу маҡсаты менән бер ай унһыҙ йәшәп ҡарағыҙ. Бәлки, ошо ваҡыт эсендә туғандарығыҙға шылтыратып,хәлдәрен белешергә,китап уҡырға,бәйләргә,балаларығыҙ менән төрлө һөнәрҙәр өйрәнергә өлгөрөрһөгөҙ.

7. НАМАҘҒА БАҪЫҒЫҘ.

Кәйефте күтәреү өсөн иң һөҙөмтәле ысул ул-намаҙ. Ғибәҙәтте ихлас, бөтә хозурлыҡ һәм ихсан менән башҡарығыҙ. Доға ҡылғанда һеҙҙе борсоған бөтә нәмә хаҡында АЛЛАҺУ ТӘҒӘЛӘГӘ һөйләгеҙ,Унан ярҙам һәм еңеллек һорағыҙ. Доғаны әйтеп бөткәс тә, күңелегеҙҙең шундуҡ тыныслана башлағанын һиҙерһегеҙ. Бар мәсьәләләр ИМАН балҡыған ерҙә генә хәл ителә.

«ӘС-СӘЛӘМ» ДИН-МӘҒРИФӘТ ГӘЗИТЕНӘН АЛЫНҒАН КӘҢӘШТӘР

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: