Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
3 Май 2025, 11:45

Ике ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә кәрәк: ҡыяр бындай туҡландырыуҙан “шашынып” үҫә

Тәжрибәле баҡсасылар ҡыяр менән мөғжизә тыуҙырған ашлама рецепты менән уртаҡлаша

Бындай туҡландырыуҙы әҙерләү өсөн бер ниндәй ҙә сығымдар кәрәкмәй, ә бына һөҙөмтә иҫ киткес буласаҡ – ҡыяр бик тиҙ үҫә башлай, ә уңышты ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ йыйырға мөмкин.

Уңдырышлылыҡты бер нисә тапҡырға арттырырға ғәҙәти булмаған "йәшел" ашлама мөмкинлек бирәсәк, ти баҡсасылар. Уны хатта ихатанан сыҡмайынса ла әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн мискә һәм үлән генә кәрәк. Һауытты кесерткән, клевер, бәпембә, ромашка һәм ябай үлән менән яртылаш тултырырға кәрәк. Иң мөһиме, орлоҡтары булмаһын. Бынан тыш, бөтә үҫемлектәр ҙә сәләмәт булырға тейеш, юғиһә уларға ҡайһы бер ауырыуҙар йоҡторорға мөмкин.

Үлән мискәһенә шулай уҡ 2 аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, һауытты һыу менән тултырырға кәрәк. Уны пленка йәки ҡапҡас менән ябып, бер-ике аҙна әсетәләр. Аҙаҡ үләнде мискәнән алып ташларға, ә ҡулланыр алдынан 1-1 пропорцияһында һыу өҫтәргә кәрәк.

Был ябай ашлама бик һөҙөмтәле, тип ышандыра тәжрибәле баҡсасылар. Унда ҡыярҙың яҡшы емеш биреү өсөн кәрәкле файҙалы микроэлементтар күп. Улар әүҙемерәк сәскә ата башлай һәм оҙағыраҡ уңыш бирә, тип яҙа Яндекс-Дзен платформаһындағы "Дачные секреты" каналы.

Баҡса еләгенән мул уңыш алыу сере тураһында ошонда уҡый алаһығыҙ

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас