Быяла банкаға ярты литр араҡы ҡойоп, картуф шытыҡтарын тултырығыҙ. Бынан һуң банканың ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ ҙа ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. Унда 15-20 градустан да йылыраҡ булмаһын. Бер аҙнанан төнәтмә әҙер була.
Араҡы урынына самогон ҡулланырға ла ярай. Уның составына ингән майҙар өҫтәмә ҡыҙҙырыу эффектын бирә.
Был төнәтмә нервы күҙәнәктәре менән бәйле сирҙәргә ярҙам итә. Мәҫәлән, сәнсеп-сәнсеп бил ауыртҡанда. Йәки тубыҡтарығыҙ һыҙлағанда, баҫҡыстан менеүе-төшөүе ауыр булғанда.
Был төнәтмәне һыҙлаған урынға һөртөп, йылы шәл кеүек әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ. бер нисә минуттан һыҙланыуығыҙ баҫылып ҡалыр.