Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
31 Май 2025, 13:16

Сабып йә йолҡоп ташларға ашыҡма

Уңыш өсөн көрәштә көтөлмәгән ярҙамсы ул

Мул уңыш өсөн көрәш ҡыҙған мәл. Был йәһәттән күптәр ҡый үләне тип иҫәпләнгән кесерткән үҫемлектәр өсөн ҡеүәтле туҡлыҡлы матдәләр сығанағы булып тора.

Уның составында калий, кальций, магний, витаминдар, органик кислоталар һәм башҡа матдәләр кеүек бик күп файҙалы элементтар бар. Был компоненттар тамыр системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итә, үҫемлектәрҙең иммунитетын нығыта һәм уларҙың төрлө ауырыуҙарға, ҡоротҡостарға ҡаршы тороусанлығын арттыра. Шуға күрә лә кесерткән помидорҙар өсөн бик яҡшы тәбиғи ашлама була ала.

Нисек әҙерләргә?

– Ҙур һауыт алып, уның 2/3 өлөшөн кесерткән (һабаҡтары һәм япраҡтары) менән тултырығыҙ.

– Йылы һыу ҡойоп, ҡапҡас менән ябығыҙ.

– Төнәтмәне 14 көн тоторға кәрәк. Даими рәүештә болғатып тороғоҙ.

– Ҡарайһа һәм күбекләнмәй башлаһа, төнәтмә әҙер.

Тамырға ҡойоу өсөн концентратҡа 1:10 пропорцияһында һыу өҫтәйҙәр.

Бер төп помидорға 0,5-1 литр самаһы тотонола. Был процедура помидорҙарығыҙға кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр алырға һәм уларҙың иммун системаһын нығытырға ярҙам итәсәк.

Тамырҙан тыш туҡландырыу (өҫтән һибеү) өсөн төнәтмә концентратын 1:20 нисбәтендә шыйыҡландырырға кәрәк.

Өҫтәмә туҡландырыуҙы ике аҙнаға бер тапҡырҙан да йышыраҡ ҡабатламаҫҡа кәңәш ителә.

Кесерткән төнәтмәһен ҡулланыу – помидорҙаоҙы яҡшыртыу өсөн ябай һәм һөҙөмтәле ысул. Ул үҫемлектәргә кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр алырға ярҙам итә, уларҙың иммунитетын нығыта һәм ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Читайте нас