Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
18 Июль 2025, 14:28

Ҡыҙыл сөгөлдөр “компоты” күп ауырыуҙарға дауа

Был рецепт ҡандың сифатын яҡшырта; организмды, бауырҙы таҙарта; яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшә; организмдың көсөн арттыра; йөрәк-ҡан әйләнеше системаһын нығыта; ҡан баҫымын төшөрә; һимереүгә ҡаршы көрәш сараһы ла.

“Компот”ты әҙерләү өсөн 1,5 кг ҡыҙыл сөгөлдөрҙө әрсеп, һәр ҡайһыһын 4-5 киҫәккә бүлергә. Шуның өҫтөнә 2 л ҡайнар һыу һалырға. Уны 1 сәғәт ҡайнатырға. 1 сәғәттән һуң берәр аш ҡалағы шәкәр һәм алма һеркәһе өҫтәргә. Һыуытҡыста һаҡларға. Ҡатнашманы көн һайын ашар алдынан 3-4 тапҡыр 30-40 мл эсергә.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас