– Балалар яратҡан “киндер-сюрприз”дың пластик һауытында тишектәр эшләп, эсенә иҙелгән һарымһаҡ һалып, уны муйынығыҙға тағып йөрөгөҙ.
– Өҫтәлегеҙҙән лимон-әфлисун кеүек цитрус емештәр өҙөлмәһен.
– ҡулъяулығығыҙға пихта майын һеңдерегеҙ. Урамда, кеше араһында булғанда, ауыҙ-битегеҙҙе тик шуның менән генә һөртөгөҙ. Эфир майы осоп бөтмәһен өсөн уны полиэтилен тоҡсайҙа һаҡлағыҙ.
– Урамға сығыр алдынан танауығыҙға оксолин майын һөртөгөҙ.
– Әгәр ҙә янығыҙҙа берәйһе сөскөрһә йә йүткерһә, пихта майы менән эшкәртелгән ҡулъяулыҡ менән танауығыҙҙы ҡаплағыҙ.
– Сирләгән кеше менән аралашҡандан һуң, өйгә ҡайтҡас та яҡшылап ҡулығыҙҙы йыуығыҙ. Унан танауығыҙҙы тоҙ иретмәһе, тамағығыҙҙы фурацилин йәки аш содаһы иретмәһе менән сайҡағыҙ. Ауырыу билдәһе һиҙелмәһә, эҫе душ йәки ҡыҙыу мунса инегеҙ. Табанға − йод иретмәһе, ә бармаҡ араларына “Звездочка” бальзамын һөртөгөҙ. Шунан йөн ойоҡбаш кейегеҙ.
– Төнгөлөккә ҡарағат, еләк япрағы, йүкә сәскәһе ҡушылған сәйҙе баллап эсегеҙ.