Шулай итеп сәхәргә бутҡа, ярмалы аш, унан тыш төрлө йәшелсәләр ашарға кәрәк. Сөнки улар организм тарафынан оҙаҡ эшкәртелә һәм асығыуҙы баҫа.
Финик емешен ашарға кәңәш итәләр. Ул шәкәргә, эре күҙәнәкле туҡымаға (клетчатка), углеводтарға, калий һәм магнийға бай.
Баҙам емеше (миндаль) организмды протеин һәм файҙалы майҙар менән туйҙырыр.
Шулай уҡ банан да сәхәр ашағанда бик файҙалы. Уның составындағы магний, калий һәм углеводтар йөрәккә көс бирә.