Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
14 Март , 12:15

Ярангөлдәр шаулап сәскә атһын өсөн

Ярангөлдәр йәй буйы шаулап сәскә атһын өсөн март айында уҡ тәрбиәләй башлар кәрәк. 

 

Гөлдәрҙең өс иң яҡшы ботағын ҡалдырып ҡырҡабыҙ. Тик һәр бер ботаҡта биш быуын ҡалдырырға онотмағыҙ. Һыуҙы күп ҡоймағыҙ, тупрағы кипкәс кенә һибегеҙ. 

Ошо биш быуындан 10-14 көндән (ҡайсаҡ алданыраҡ та) яңы ботаҡтар үҫеп сығасаҡ. Улар етәүҙән дә кәм булмаһа  - яҡшы була, гөлөгөҙ ҡупшыраҡ булыр.

Яңы ботаҡтар күренеү менән гөлдәрҙе ашларға онотмағыҙ. Бының өсөн махсус комплекслы ашлама ҡулланырға кәрәк. Әгәр ул ҡул аҫтында булмаһа, ябай һыналған ысулды ҡулланып тороғоҙ.

 Тыштан ҡар индереп иретегеҙ. Ул 1 литр булырға тейеш. Уға 1 мл водород перекисы һәм 0,6 мл йод өҫтәгеҙ һәм яҡшылап болғатығыҙ. Яран гөлдәрегеҙҙең төбө тулыһынса кипкәс, ошо ашламаны ҡойоғоҙ. Аҙнаһына бер мәртәбә, ай дауамында ҡойһағыҙ, яран гөлдәрегеҙ шау сәскә булыуы менән һөйөндөрөр. 

Ә ботаҡтарын ҡырҡҡандан һуң ҡалған ботаҡтарҙы 7-15 см оҙонлоҡта ҡырҡып, аҫҡы япраҡтарын алып ташлап тамырландыра алаһығыҙ. 

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас