Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
16 Март , 14:36

Ҡайын бөрөһө йыйып ҡалығыҙ

Ҡайын бөрөһөн иртә яҙҙа - ағастарҙа һут әүҙемләшкән мәлдә (март урталарында, ҡайһы бер яҡтарҙа - аҙағында) йыйырға кәрәк. Был ваҡытта әле асылып етмәгән бөрөләр ыҫмалалы була. Уларҙы усҡа алып ыуалаһаң, хуш еҫе тарала. 

Әлбиттә, бөрөләрҙе ботаҡтарҙы һындырып түгел, ә ҡул менән сүпләп йыйырға кәрәк. Уларҙы асыҡ һауала йә махсус киптергестә киптереп, быяла һауытта, туҡыманан тегелгән йә ҡағыҙ тоҡсайҙа һаҡларға кәңәш итәләр. 

Нимәнән файҙалы?

Үҙ ваҡытында йыйылған бөрөлә эфир майҙары, С витамины, каротин, алколоидтар, май кислоталары бар, микроэлементтар күп. Файҙалы үҙенсәлектәренән елһенеүгә ҡаршы тороусанлығын һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеүҙә, шулай уҡ яраларҙы уңалтыуҙа һөҙөмтәлелеген атап китергә кәрәк. Ҡайын бөрөһөнән яһалған төнәтмәне сыйылған, ярылған, ҡырҡылған тирегә ябып дауалауҙы электән белгәндәр. Бынан тыш, бөрөләр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яйға һалыуға булышлыҡ итә, бауыр, бәүел ҡыуығы сирҙәрендә, ревматизм, подагра булғанда һөҙөмтәле ярҙам итә. Составында флавоноидтар, эфир майҙары булғанлыҡтан, уны бәүел һәм үт ҡыуҙырыусы сара итеп тә файҙаланырға мөмкин.

Ҡайын бөрөһө төнәтмәһен шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ҡулланырға кәңәш итәләр, ни өсөн тигәндә, ул был сиргә юлдаш хәлһеҙлекте, гиповитаминозды, ашҡаҙанды дауалаусы булараҡ билдәлелек алған.

Төнәтмә яһау өсөн бер балғалаҡ кипкән һәм ваҡланған бөрөнө бер стакан һыуҙа 30-40 минут ҡайнаталар. Аҙаҡ һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә кәңәш ителә. Ғәҙәттә, ошо рәүешле ике-өс ай дауаланырға.

 
Төнәтмә әҙерләү

2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөһөн 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1-әр аш ҡалағы эсергә.

Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 грамм аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 грамм шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Дауаланыу курсы – өс аҙна. Ҡайын бөрөһөн гастрит булғанда, быуындар һыҙлағанда, папилломаларҙан, бөйөр ауыртҡанда ла ҡулланалар.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас