Файҙалы кәңәш
13 Июня , 04:48

Ҙур уңыш алыу өсөн тәҗрибәле баҡсасынан ете кәңәш

***

– барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты һибергә (10 литрға 2 аш ҡалағы);

– шулай ук йәшелсәләр сүпрәне лә бик ярата. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуҙа эретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;  

– сөгөлдөр татлы булһын өсөн, шытып сыҡҡас һәм һирәкләгәс аш тоҙо эретмәһе һибәргә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы; 

– помидорҙарны фитофторозанан һаҡлар өсөн һөт йәки һөт сыворыткаһына бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, яҡшыраҡ; 

– помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйысаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуларға ҡаршы тороусанлығы арта; 

– еләк сәскә атар алдынан йод эретмәһе 10 литр һыуға – 10 тамсы; 

– йод эретмәһен шулай ук кәбеҫтә лә бик ярата. Күсән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә бер литр эретмә кәрәк.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас