

Бының өсөн 1200 г уҡтарҙы йыуып, баштарын өҙөргә һәм 4-5 см оҙонлоғонда турарға. Шунан уларҙың өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың өҫтөн ябып, бер тәүлек тоторға.
750 мл һыуға 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы, 2 лавр япрағы, 7-8 бөртөклө ҡара борос һалып ҡайнатырға.
Уҡтарҙың һыуын түгеп, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡайнар маринадты ҡойоп, ҡапҡастарын нығытып ябырға һәм һалҡынса урында һаҡларға.
Итле аштарға ҡушып ашарға бына тигән ҡабымлыҡ.
Һабаҡтарҙы ҡатмаҫ элек йыйып, йыуып, блендерҙа турайбыҙ. Йәшел массаға үҫемлек майы, тоҙ һалабыҙ. Тоҙҙо күберәк тондорһағыҙ ҙа ярай, ултыра бирә һеңеп, тап-таман буласаҡ.
Әҙер пастаны бәләкәй банка йәки контейнерҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Икмәккә һөртөп ашарға мөмкин. Ә ризыҡ бешергәндә ҡушһаң, бынамын тигән тәмләткес була. Бигерәк тә ыумас тәмле була.