Файҙалы кәңәш
30 Июня , 11:40

Ҡарағат япрағы йыйҙығыҙмы?

Халыҡ медицинаһында ҡарағат япрағы сәйен:  цистит,  пиелонефрит,  юғары ҡан баҫымы,  пародонтоз ваҡытында,  иммунитетты нығытыу өсөн,  антисептик сара булараҡ ҡулланалар.

Ҡарағат япрағы йыйҙығыҙмы?

Ҡыҙыл, аҡ һәм ҡара ҡарағаттың япраҡтарын халҡыбыҙ борон-борондан төрлө сирҙәрҙән дауа итеп файҙаланған. 
 Ҡарағат япрағы витаминдарға һәм организм өсөн кәрәкле файҙалы матдәләргә бик бай. Уның составында эфир майҙары, фитонцидтар һәм айырыуса күп күләмдә С витамины бар. Был витамин көслө антиоксидант булып тора, организмды иртә ҡартайыуҙан һаҡлай, иммунитетты нығыта һәм төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра.
 Ғалимдар мәғлүмәттәре буйынса:
 ҡарағат япрағында — 460 мг С витамины,
 бөрөләрендә — 175 мг,
сәскәләрендә иһә 270 мг тиклем була.
Шифалы сифаттарын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡарағат япрағын йәш, таҙа һәм һутлы сағында йыйырға кәңәш ителә. Уны ғәҙәттә май айынан алып июнь аҙағына тиклем йыялар.
 Ҡарағат япрағын ҡара сәйгә өҫтәмә итеп ҡушҡанда, ул эсемлеккә үҙенсәлекле хуш еҫ һәм тәм бирә, файҙаһын да арттыра. Шулай уҡ уны айырым төнәтеп эсергә мөмкин.
 Киҙеү һәм грипп ваҡытында ҡарағат япрағынан әҙерләнгән сәй организмды нығытыуға ярҙам итә.
 Халыҡ медицинаһында ҡарағат япрағы сәйен:
 цистит,
 пиелонефрит,
 юғары ҡан баҫымы,
 пародонтоз ваҡытында,
 иммунитетты нығытыу өсөн,
 антисептик сара булараҡ ҡулланалар.
 Тәбиғәт бүләк иткән ябай ғына ҡарағат япрағы ла дөрөҫ файҙаланғанда һаулыҡ өсөн ҙур ярҙамсы була ала.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас