Бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы куркума һалабыҙ, һыуынғас, бер сәй ҡалағы лимон һуты, бер ҡалаҡ шәкәр, аҙ ғына имбир ҡушырға мөмкин.
Бер стакан йылы һөткә ярты сәй ҡалағы куркуманы һалып, биш минуттай төнәтәбеҙ, бер сәй ҡалағы бал өҫтәйбеҙ.
Лептин тигән гормон етешмәһә, организм май туплай башлай. Лептин гормонын көйләүҙә, лимон ярҙам итә. Лимонлы йылы һыу артыҡ ауырлыҡты кәметә, шлактарҙы ҡыуа, иммунитетты нығыта. Бер стакан ҡайнар һыуға ярты лимон һутын һығып, һыуынғас ас ҡарынға иртән эсергә кәрәк. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы.
Ҡатын-ҡыҙ организмының репродуктив эшмәкәрлеген көйләүҙә, ҡурай еләге япрағынан сәй файҙалы. Көнөнә өс стакан эсеү етә. Бер аш ҡалағы (киптерелгән булһа ла ярай) япраҡтарҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа ун минуттай төнәтеп, иртән йәки көн оҙонлоғонда эсергә була. Йоҡлар алдынан ҡулланырға ярамай.