Ҡурай еләге күптәрҙең яратҡан емеш-еләктәренең береһе. Әммә йыл һайын ҙур һәм татлы емеш-еләк менән ҡыуандырһын өсөн уны дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. Һәм бының өсөн иң мөһим миҙгел – көҙ.
Сентябрҙә нимә эшләргә?
Иң элек емеш биргән һабаҡтарҙы ҡырҡырға кәрәк. Әгәр иҫке үҫентеләрҙе алып ташламаһаҡ, улар йәштәренең туҡланыуын ала һәм һабаҡтарҙың артыҡ ҡуйырыуына килтерә.
Ҡарт һабаҡтарҙы нисек айырырға? Улар кипкән, көрән төҫтә, ҡабығы айырыла, быйыл еләк биргән, төптәре ярыла башлаған.
Бөтә емеш биргән үҫентеләрҙе ерҙән 0,5-1 сантиметр ҡалдырып ҡырҡырға кәрәк. Иң көслө, йәшел, һығылмалы йәш үҫентеләрҙе генә ҡалдырып (улар киләһе йылда емеш бирәсәк), көсһөҙ, нәҙек һәм ауырыу үҫентеләрҙән арыныу мөһим. Әгәр ҡыуаҡтар ныҡ ҡуйы булһа, 1 метр түтәлгә, 10-12 үҫенте ҡалдырып, һирәгәйтерә кәңәш ителә.
Йәш үҫентеләрҙең остарын 15-20 сантиметр ҡырҡыу киләһе йылда уңыш йыйып алынасаҡ ян-яҡ ботаҡтарҙың үҫеүен стимуллаштыра. Әгәр үҫенте бик бейек булһа, уны 1,5-1,6 метр ҡалдырып ҡырҡалар.
Ҡурай еләге күп үренделәр бирә. Әммә артыҡ үҫентеләр ҡыуаҡҡа өҫтәмә көс һала. Шуға күрә төп рәттән алыҫ үҫкән бөтә үҫентеләрҙе ҡырҡып алырға кәңәш ителә.
Был эштәрҙән һуң ҡыуаҡтарҙың төптәрен йомшартырға кәрәк, тамырҙарына зыян килтермәҫ өсөн тәрән ҡаҙмайҙар, 5-7 см етә. Артабан ашламалар индерергә һәм, әгәр сентябрь ҡоро килһә, төптәренә һыу ҡойорға мөмкин.