🍃 Гөлйемеш (әлморон)— витаминдарға бай, тәбиғәттең ҡиммәтле бүләге!
ӘҘЕРЛӘҮ ЫСУЛЫ:
🍒 Ике ус самаһы киптерелгән гөлйемеш емешен алығыҙ.
💧 Өҫтөнә 0,5 литр эҫе һыу ҡойоғоҙ. Быны термоста эшләү яҡшыраҡ.
⏳ 12 сәғәт төнәтергә ҡалдырығыҙ.
🥛 Әҙер төнәтмәне стаканға ҡойоп, яҡшылап болғатығыҙ.
НИСЕК ҠАБУЛ ИТЕРГӘ?
🌿 Иртәнсәк ас ҡарынға бер стакан төнәтмәне бер тында эсеп бөтөргә.
⏰ 20 минуттан һуң тағы бер стакан гөлйемеш төнәтмәһе эсергә.
Мөһим:
✔️Был процедураны үткәргәндән һуң бер сәғәт үткәс кенә иртәнге ашты ашарға мөмкин.
✔️Был төнәтмәне ике көн аша 6 тапҡыр ҡабатлағыҙ.
"Кәңәш-төңәш" каналынан.