-6 °С
Ҡар
Һәр ғаиләлә кәм тигәндә ике бала тәрбиәләгән Мусиндар, Ишмөхәмәтовтар, Шәмғоловтар, Килдебаевтар һәм Ваһаповтар балаларына саф һауала хәрәкәтсән уйындар ойоштороп, үҙҙәре лә рәхәтләнеп ял итте. Әйткәндәй, һәр ғаилә икешәр уйын әҙерләгәйне.
Ҡайнар сәйле табын да, бүләктәр ҙә булды. Күрше-күлән аралашты, балалар телефон-телевизор тураһында иҫенә лә алманы. Иң мөһиме, һәр кем ялды ғаиләһе менән үткәрҙе.