"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотло булһын яҙ байрамы!

.

Ҡотло булһын яҙ байрамы!
Ҡотло булһын яҙ байрамы!

 

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Халыҡ ара ҡатын ҡыҙҙар 8 Март менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Был байрам яҙ миҙгеленең тормоштағы ыңғай үҙгәрештәргә өмөттәр менән бәйле символы булып тора. Был мәлдә, шатлыҡ, өмөт бүләк итеп, тәбиғәт уяна һәм сәскә ата, яңы пландар, хыялдар тыуа. Шундай кәйеф һеҙгә һәр саҡ юлдаш булһын, тормошта көс һәм ышаныс бирһен. Өйҙәге йылы мөхит, ғаилә именлеге, балаларҙың һаулығы һәм киләсәге ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңдәрендә ята бит. Һеҙ донъяны яҡтыраҡ итәһегеҙ. Һеҙҙең сикһеҙ түҙемлегегеҙ, аҡылығыҙ һәм һөйөүегеҙ һөҙөмтәһендә беҙ күп ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алабыҙ.

Күп тармаҡтарҙа нәҡ гүзәл заттар коллективтарҙың нигеҙен тәшкил итә. Һеҙ беҙҙең Ейәнсура районын үҫтереүгә бик ҙур өлөш индерәһегеҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта наҙлы, яғымлы, түҙемле һәм аҡыллы әсәй, яратҡан ҡатын, өй усағының йылыһын һаҡлаусы булып ҡалаһығыҙ.

Хеҙмәтегеҙ, хәстәрлегегеҙ, изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар. Бәхетле һәм һөйөклө булығыҙ! Ир-егеттәр һеҙгә һәр саҡ терәк булһын, балаларығыҙ ҡыуандырһын. Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә!

Дәмин Юланов, МР хакимиәте башлығы.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: