“Ирем Себергә эшкә китте лә, унда яңы ғаилә ҡороп, беҙҙе ташланы”. “Вахта менән эшләй башлағас, аралар һыуынды, яҡынлыҡ, йылылыҡ ҡалманы, айырылышырбыҙмы икән?”. ”Ирем вахтанан ҡайта ла, бер ай буйы эсә, мине, балаларҙы күрмәй ҙә. Ялҡтым, аҡсаһы ла кәрәкмәй, айырылам”. “Улым эшкә китһә, килен бында уның аҡсаһына эсеп ята, балаларын да ҡарамай. Улыма әйтеп, айыртмай булмай”...
Ошоноң ише хәлдәр, хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ауылда, һәр урамда тиерлек. Ауыр Себер эше һаулыҡты ғына бөтөрөп ҡалмай, айҙар буйы айырылышып тороу ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы етем итә. Ә һандарға ҡараһаң сәстәр үрә торорлоҡ: Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандан ситтә эшләгән 165 мең кеше теркәлгән. Һәм был рәсми һандар ғына, теркәлмәй йөрөгәндәр күпме икән?.. Тимәк, кәмендә 165 мең ғаиләлә балалар аталарын ярты-йорто ғына күреп үҫә, шунса уҡ ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ йылдың яртыһын үҙе ғүмер кисерә, утын-бесән яйлай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә, балалар тәрбиәләй. Ул ғына түгел, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күпләп ситкә китеп эшләй башланы. Бәләкәй балаларын өләсәй-олатаһына, ирҙәренә ҡалдырып, Себерҙә ауыр эш башҡарған гүзәл заттың йөрәге нисек өҙгөләнгәнен күҙ алдына килтереп була...
Ләкин беҙҙең бөгөнгө яҙма Себерҙәге ауыр тормош тураһында түгел, ә республикабыҙ етәкселегенең был проблеманы хәл итеү өсөн тәҡдим иткән альтернатив проекты тураһында. Йыл аҙағынан республикала “Башҡорт вахтаһы” тип аталған проект эшләй башланы. Уны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булдырҙы.
Проект эшләй башланы ла. Башланғыс этапта улар Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Әле Бөрө ҡалаһында һәм Иглин районында ике ҙур осрашыу булған. Унда предприятие вәкилдәре теләге булғандарға эш шарттары тураһында тулы мәғлүмәт биргән. Бөрөләге осрашыуға – 150, Иглиндә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Араларында әле ялға ҡайтҡан вахтасылар ҙа, эштә булғандарының ҡатындары ла булған. Бындай осрашыуҙар графикка ярашлы дауам итәсәк.
Бөгөн “ОДК-ӨМЭБ” предприятиеһында 3600 самаһы вакансия бар. Башлыса эшсе һөнәрҙәр буйынса. Уларға әле программалы идара итеүсе станок операторҙары, механик-йыйыу эштәре өсөн слесарҙәр, токарҙәр, киң профилле станоксылар, шлифовалщик, фрезеровщик, сверловщик, станок һәм слесарь эше контролеры һәм башҡа белгестәр талап ителә.
Берекмә үҙенең хеҙмәткәрҙәренә һәйбәт шарттар тәҡдим итә. Уларҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырасаҡтар, эш хаҡы баҙарҙағынан юғарыраҡ. Мәҫәлән, 4-се рарядлы эшсенең хеҙмәт хаҡы 90 мең һумдан, 5-се разрядлы – 110 мең һумдан һәм 6-сы разрядлы эшсенеке – 125 мең һумдан башлана. Бынан тыш компания тулы социаль пакет, түләүле ялдар һәм больничныйҙар, ташламалы хаҡ менән ҡайнар аш, вахта тарнспорты, ситтән килгәндәргә ятаҡ йәки ҡуртымға алынған фатир өсөн компенсация, балалары өсөн балалар лагерҙарына ташламалы юлламалар һәм пофилле уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡыу тәҡдим итә.
Предприятиеға эшкә килергә йәки яңы һөнәр алырға теләүселәр umporabota.ru сайтында ғариза ҡалдыра ала. Кире бәйләнеш формаһын тултырыу мотлаҡ. Артабан кадрҙар бүлеге һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәк.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.