"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Бәхете - ғаиләһендә

Донъяла ябай, шул у ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы, тормоштоң әсе-сөсөһөнә бирешмәйенсә, күңел матурлығын һаҡлай белгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай кешеләрҙең береһе – ауылдашыбыҙ Байдәүләт ауылын үҙ итеп яҡын күргән Хәзирә Миңниғәли ҡыҙы бөгөн 60 йәшлен билдәләй. 

Бәхете - ғаиләһендә
Бәхете - ғаиләһендә

Ул ғүмер байрамын һөйөнөстә ҡаршылай, ә һөйөнөсө- яратҡан ғаиләһендә.

1987 йылда райондан бирелгән йүнәлтмә буйынса уҡытырға килеп, ғүмерен Саҙалы ауылы егете Ғәли Юлдашбаев менән бәйләй. Йәш ғаилә Байдәүләт ауылында гөрләтеп донъя көтөп йәшәп китте. Эйе, ваҡыт бик тиҙ уҙып киткән. Хәҙер инде хаҡлы ялда булған Хәзирә Минниғәли ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә бары бер яҙыу -  Байдәүләт башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы. 

Хәзирә Минниғәле ҡыҙы - бик бәхетле. Уның яратҡан ғаиләһе бар. Тормош иптәше Ғәли менән тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙҙары Гөлиә, улдары Вәлинур менән Ғәзинур ҙа бөгөн ышаныслы аҙымдар менән үҙ аллы донъя көтә. Улар күптән инде бәхетле өләсәй, ҡәрсәй, ҡартатай. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын, хөрмәтен, туған-тыумасаһының изгелеген күреп, бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Һөйөклө ҡатын, яратҡан өләсәй, ҡәрсәй генә түгел, уңған хужабикә лә, китапхананың яҡын дуҫы ла ул Хәзирә апай. Ауылдағы һәр сараның әүҙем ҡатнашыусыһы ла.

Байрамың ҡотло, мөбәрәк, көндәрең ҡояшлы, бәхетең һәр саҡ түңәрәк булһын. Ғүмереңдең һәр көнөн уңыштар менән ҡаршыла. Һаулығың ныҡ булып, ерҙәге барлыҡ бәхеттәрҙе татырға насип итһен! Ә яҙмамды Хәзирә Миңниғәли ҡыҙының бөгөнгө көнгә ауаздаш шиғыры менән тамлағым килә.


Көтәмен
Миҙгҽл мҽнән бҽргә, ғүмҽр үтә
Балаларҙан игҽлҽк көтәмҽн.
Маңлайҙарға һырҙар һалынғанда
Кҽсҽләрҙән хөрмәт көтәмҽн.
Һалҡын ҡыштар килһә ҽрҽмә
Йылы яҙҙан - наҙҙар көтәмҽн
Ҡышын ап-аҡ ҡарҙар яуһа
Илҽм өсөн бәхҽт көтәмҽн.
Ҡараңғы төн ҽтһә,илҽм өсөн
Аҡлыҡ,сафлыҡ,хаҡлыҡ көтәмҽн.
Илҽн,ҽрҽн һаҡлап ҽгҽттәрҙҽң
Еңҽп ҡайтыуҙарын көтәмҽн.
Көҙөн осҡан ҡоштар кҽүҽк
Имен ҡайтыуҙарын көтәмҽн.
Яҙҙар мҽнән тыуған ҽрҽбҽҙгә,
Илҽбҽҙгә имҽнлҽк көтәмҽн.
Был донъяға тыуған һәр кешегә
Тулы бәхет көтәмен.

Тормош юлдарын үткәндә

Хоҙайымдан һаулыҡ көтәмен.

Гөлсөм Бикйәнова, китапханасы.

Байдәүләт ауылы.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: