Уны асыу тантанаһында Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Марат Мөхәмәтов, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең Ейәнсура районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы Сирен Насирова, Көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәге директоры Лариса Таекина, "Ғаилә" үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ейәнсура районының "Ғаилә" үҙәгендә (Иҫәнғол, Блюхер урамы, 7) урынлашҡан майҙансыҡ менән М.Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусылары таныштырҙы. Уны ойошторолоу тарихы һәм маҡсаты тураһында кураторҙары, ғаилә хеҙмәте психологы Илшат Алиев һөйләне.
Майҙансыҡ үҫмерҙәр үҙ-ара иркенләп аралаша алһын өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу, уларҙы район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарға йәлеп итеү, киләсәккә һөнәр һайлауға ярҙам итеү, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн кәрәкле күнекмәләрҙе үҫтереү маҡсатында эшләйәсәк.
Тимәк, хәҙер үҫмерҙәр бер майҙансыҡҡа йыйылып, ваҡыттарын файҙа менән үткәрә аласаҡ.