Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла Ахуновтарҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.
Ахуновтарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә өс бала үҫкән. Улар ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тора, хужалыҡтарында ярҙам итә. Әлеге көндә Гөлниса Фәйзрахман ҡыҙы менән Шамил Ахун улы өс ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән Ахуновтарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, балаларының изгелектәрен күреп, именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Сығанаҡ: Әбүләйес ауыл биләмәһенең ресми төркөмө.