Абзан ауылында йәшәгән, үҙҙәренең балалары янына ҡарауһыҙ ҡалған дүрт бер туғанды ла һыйындырған Гүзәл һәм Хәмит Ҡыуатовтарҙы районда күптәр белә. Был ижади һәләтле, әүҙем ғаилә биләмә һәм район кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Быйыл иһә Ҡыуатовтар үҙҙәрен Рәсәй кимәлендәге конкурста һынай.
-Бер көн 4-се класта уҡыусы Нурислам мәктәптән ҡайтып инде лә: “Әсәй, әйҙә ғаиләбеҙ менән конкурста ҡатнашайыҡ. Уҡытыусыбыҙ Гөлфара Кинйәғәле ҡыҙы унда тап һеҙ ҡатнашырға тейеш, тип әйтте”, – тине. Конкурстың шарттары менән танышҡас, етмәһә, опека һәм попечителлек секторы мөдире Луиза Әхмәтғариф ҡыҙы ла хуплап торғас, тәүәкәлләнек. Октябрь айында ҡатнашыусы булараҡ теркәлдек. Конкурстың онлайн этаптарын үтеп, Өфөлә 30 майҙан 2 июнгә тиклем уҙасаҡ ярымфиналға саҡырыу алдыҡ, – ти Гүзәл Ғәли ҡыҙы.
Ярымфиналға улар барлыҡ заданиеларҙы теүәл үтәгән, еренә еткереп башҡарған өсөн эләгә. “Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсының онлайн этаптарын үткәндә Ҡыуатовтарға 40-тан артыҡ видеоролик төшөрөргә тура килә. Һәм, иң мөһиме, был ижади эштән береһе лә ситтә ҡалмай. Роликтарға сценарийҙарҙы, йырҙарҙы үҙҙәре яҙған. Абзан урта мәктәбендә белем алыусы Салауат, Юлиә, Нурислам һәм Нургиз “Простоквашино” йәнһүрәтен сәхнәләштергән, ә Стәрлетамаҡта уҡып йөрөүсе студенттар Рәнис, Илмира һәм Азамат ялға ҡайтҡан арала туғандары менән конкурс заданиеларын үтәргә өлгөргән.
Быуындар бәйләнешен, өләсәй-ҡартатай тәрбиәһен күрһәтеү талап ителгәндә Гүзәл Ғәли ҡыҙының әсәһе Ғәҙилә Нурислам ҡыҙы, алыҫ араларҙы яҡынайтып, Баймаҡтан ярҙамға ашыҡҡан. Ғаилә башлығы иһә вахтала булғанда ла дөйөм эштән ситләшмәгән, видеолар төшөрөп ебәргән.
Алда уларҙы ауыр һынау көтә – Ҡыуатовтарға Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән ярымфиналға үткән 370 ғаилә менән көс һынашырға тура киләсәк. Әйткәндәй, конкурста еңеүселәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 5 млн һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Ә финалға сыҡҡан 300 ғаилә сәйәхәткә юлланасаҡ. Ҡыуатовтарға уңыштар теләйбеҙ.
Әйткәндәй, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы ойошторған был бәйгелә Ҡыуатовтар медицина колледжында уҡып йөрөүсе ҡыҙҙары Илмира менән тәүге ярҙам күрһәтеү тураһында төшөргән роликтары еңеп, ғаилә телевизор менән бүләкләнгән. Ә 8 Мартҡа арналған видеолары менән видеопроекторлы булғандар.