Бөтә яңылыҡтар

Торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырылды

Бөгөн Ейәнсура районы хакимиәтенең бәләкәй залында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар  категорияһына ҡараған  һәм мөмкинселеге сикләнгән бала тәрбиәләгән йәштәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тәғәйенләнгән сертификат тапшырылды.

Торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырылды
Торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырылды

Йәштәргә сертификаттарҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров тапшырып, шундай ҙур дәүләт ярҙам алыуҙары менән ҡотланы. Быйыл был сертификаттар һигеҙ кешегә тапшырылды, шуларҙың береһе мөмкинселектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләгә бирелде. 

Әйткәндәй, районыбыҙҙы 2018 йылдан башлап 78 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар  категорияһына ҡараған йәш кешегә ошондай сертификат тапшырылған. Сертификатты торлаҡ һатып алыу өсөн дә, шулай уҡ ипотека буйынса кредитты ҡаплау өсөн ҡулланырға була.

2024 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ошондай маҡсатлы ярҙам өсөн 34.6 млн һумлыҡ субсидия бүленгән. 

 

 
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: