Бөгөн 21 августа Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙанында Башҡортостан йәмәғәт палатаһы V "Атайлыҡ даны" конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Был сара Рәсәйҙә Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарылды.
Шуныһы һөйөнөслө бүләкләнеүселәр араһында Иҫәнғолдан Алмас Ейәнбирҙин да бар. Алмас Азат улы "Атайлыҡ даны" наградаһының "Әүҙем атай" номинацияһында билдәләнде.
Алмас Ейәнбирҙин - хәрби бәрелештәр ветераны, өлгөлө ғаилә башлығы, әүҙем йәмәғәтсе, металды художестволы эшкәртеү оҫтаһы ла. Тормош иптәше Вилә Ғаяз ҡыҙы менән игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Алмас Ейәнбирҙин махсус хәрби операция зонаһына ылау туплау һәм оҙатып барыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҡташыбыҙ бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманы. Әммә награда тиҙҙән уға тапшырыласаҡ.