Йәштәр күпләп ҡалала ҡалған осорҙа никахлаша Мырҙабулатовтар. Икеһе лә ауыл балаһы булараҡ, таш йорттарҙы, шау-шыу, ығы-зығыны өнәп еткермәйҙәр. Йәш ғаилә ҡаланан ауылға ҡайтып төпләнә, һәм, әйтергә кәрәк, әлегәсә бер ҙә үкенмәйҙәр.
Тәүге улдары Арыҫлан донъяға килгәс Яңы Петровка ауылында төҙөлөп бөтмәгән йорт менән ер участкаһы һатып алалар. Башта аласыҡ төҙөп йәшәй башлайҙар ҙа, иҫке бураны һүтеп ташлап, ҡарағайҙан бына тигән ҙур, яҡты, йылы йорт төҙөп сығалар. Бында, әлбиттә, ике яҡтан да туғандарының ҡул көсө, йәш ғаилә булараҡ алынған дәүләт ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
Бөгөн иһә Мырҙабулатовтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле әсәй һәм атай. Улдары Арыҫлан Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, ата-әсәһен ҡыуандырып тора. Ҡыҙҙары Динә – 7-се, Әҙилә 2-се класта белем ала. Кинйәкәйҙәре Тимурға – ике йәш ярым. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. Юлай Йәнғәле улы Газпромдың Күмертау филиалының Иҫәнғол комплекслы хеҙмәтендә эшләй, ә Зилә Фәхретдин ҡыҙы балалар баҡсаһында эшләгән. Әлегә декрет ялында.
-Балаларыбыҙ хеҙмәткә өйрәнеп үҫһен тип тырышабыҙ һәм шуға ла белгәнебеҙҙе өйрәтәбеҙ. Хужалыҡта эштәрҙе күмәкләп башҡарабыҙ. Еребеҙ ҙур ғына, баҡса сәсәбеҙ, күпләп картуф, ҡабаҡ ултыртабыҙ. Йәй буйы балалар менән утап, һыу һибеп тәрбиәләйбеҙ, – ти Зилә Фәхретдин ҡыҙы. – Биш йыл элек әсәйем мәрхүмә булғас, тыуған яғым Баймаҡ районы Төркмән ауылынан һыйырын алып ҡайттыҡ. Эре малыбыҙ әлегә дүрт баш, яйлап арттырырға теләк бар. Бал ҡорттары тоторға ла хыялланабыҙ. Балалар файҙалы ризыҡ ашап үҫһен тип тырышабыҙ инде.
Ғаилә йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Апрелдә үк бройлер сепейҙәре һатып алалар ҙа, улар ҙурайыуға – индоөйрәктәр, өйрәктәр, ҡаҙҙар... Быйыл хатта бер нисә пар индоөйрәк һәм ҡаҙҙы ҡышҡылыҡҡа ҡалдырғандар. Тауыҡтары ла бар. Улары, ҡыш булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы тәрбиәләгәнгәлер, йомортҡанан өҙмәйҙәр. Ғаиләнең үҙенә лә, һатырына ла етә.
Зилә Фәхретдин ҡыҙы һыйырҙарҙың ағын әрәм итмәй, үҙҙәренә ҡыш буйына етерлек май, эремсек, ҡорот эшләп туңдыра. Ҡыҙыл эремсек тә эшләргә өйрәнгән. Үҙҙәренән артҡанын һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра.
-Мин аш-һыу бүлмәһендә йәшәйем бит ул, – ти хужабикә шаяртып. Ҡыҙҙар иһә әсәһенә булыша. Яҡындарын көн дә тиерлек ниндәй ҙә булһа тәмлекәс менән һыйларға тырышалар. Мин барғанда ла өсәүләп ваҡ бәлештәр бешерергә ҡуйып, эремсек бөккәндәре эшләйҙәр ине.
Әсәләре ҡыҙҙарға аш-һыу, бәйләм бәйләү, гөл-сәскәләр үҫтереү серҙәрен өйрәтһә, аталары малайҙарҙы ишек алдындағы эштәргә йәлеп итә, физик яҡтан сыҙамлы итеп тәрбиәләй. Ҡышҡа етерлек утын әҙерләү, малдарға бесән хәстәрләү ҙә – ғаилә башлығы менән ҙур улы Арыҫландың иңендә.
Балаларҙы эш менән генә тәрбиәләмәй Мырҙабулатовтар, уларҙы төрлө яҡлап үҫетеүгә ҙур иғтибар бирәләр. Арыҫлан С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбенең баян, Динә бейеү класын тамамлаған. Бергәләп ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында булырға, шифалы үләндәр, емеш-еләк йыйырға яраталар. Көн эҫеһендә күмәкләп Оло Эйек буйына, һыу инергә баралар. Ғөмүмән, эшләргә лә, уҡырға ла, донъя көтөргә лә, ял итергә лә өлгөрә Мырҙабулатовтар.
Был ғаиләлә ата-әсә менән балалары, тәү сиратта, дуҫтар. Уларҙың теләктәре менән иҫәпләшәләр, кешелекле һәм кеселекле булырға, ололарҙы хөрмәтләргә үҙ өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән Зилә һәм Юлай Мырҙабулатовтар балаларының да татыу, берҙәм булыуҙарын, кәрәкле һөнәр алып, ғаилә ҡороп бәхетле йәшәүҙәрен генә теләй. Арабыҙҙа ошондай ғаиләләр күберәк булып, балалар ата-әсә наҙын, хәстәрен тойоп, һау-сәләмәт булып үҫһен ине.
Зәлиә Байғусҡарова.