Бөтә яңылыҡтар

Уларҙың дәрестәре беҙҙә дауам итә

Сирғолда завучтың йөҙ йыллығы Хәтер көнө менән билдәләнде

Сирғол  ауылында уҡытыусыларҙың Хәтер көнө үтте. Осрашыуҙың сәбәбе – мәктәптең тәүге завучы Сәлимйән Мәхийән улы Ноғмановтың йөҙ йыллыҡ юбилейы. Бындай сара үткәреү беҙҙең –  уның ҡыҙҙарының идеяһы. Ғаилә тантанаһын атайыбыҙҙың тыуған ауылы өсөн ваҡиғаға әйләндереү ниәте менән эшләнде был эш.

2015 йылда Гөлзирә Юлдашбаева ойошторған уҡытыусыларҙың Хәтер кисәһен иҫкә төшөрҙөк тә, Гөлзирә Йәмил ҡыҙының фатихаһы менән, шул тәжрибәне алып, сараны киңәйтергә булдыҡ. Ҡасандыр ошо мәктәптә эшләгән бөтә уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе исемләп иҫкә алыу өсөн һәр мәрхүм педагог тураһында биографик мәғлүмәт йыйырға килештек. Һуңынан был мәғлүмәттәр уларҙың ғаиләләре архивтарында лайыҡлы урын биләйәсәк.

Башланғысыбыҙҙы урындағы мәҙәниәт йорто (улар майҙансыҡ бирҙе), шулай уҡ мәрхүмдәрҙең балалары, ейәндәре һәм туғандары әүҙем хупланы. Улар социаль селтәрҙә булдырылған чатҡа – эшсе төркөмгә берләште. Ярҙам ҡулы һуҙып, төркөм ағзалары бер ай дауамында ентекле эҙләнеү эштәре алып барҙы.

Эштең һөҙөмтәһе хайран ҡалдыра: 50 йыл дәүерендә мәктәптә эшләгән 118 уҡытыусы һәм тәрбиәсенән тулы исемлек төҙөлдө. Шуларҙың, 43-ө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа юҡ. Был мәктәптең ике класы кеүек. Эҙәрмәндәр ҡайһы бер педагогтарҙың аныҡ даталарын асыҡлай алманы. Әгәр һеҙ, гәзит уҡыусылар, ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, редакцияға йәки мәҙәниәт йортона хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Иҫән-һау булған 75 уҡытыусының һәр береһенә Хәтер көнөнә шәхсән саҡырыу ебәрелде. Ара алыҫлығына, көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың 35-е Сирғолға килде. Килә алмаған ҡайһы берҙәр ихлас сәләмдәрен һәм мемуарҙарын ебәрҙе.

14 февралдә мәҙәниәт йорто йылы хәтирәләргә сорналды. Фойела ҡунаҡтарҙы остаздарының портреттары урын алған «Уларҙың дәрестәре беҙҙә дауам итә» фотогалереяһы ҡаршы алды.
Сәғәт 12-лә дин әһеле Рәйес Аҙнағолов баҡыйлыҡҡа күскән уҡытыусыларҙың рухына аят бағышлап, һәр әруахтың исемен атаны. Ҡөрьән уҡып, мәсетте төҙөкләндереүгә иғәнәләр индергәндән һуң, өйҙә бешерелгән тәмлекәстәр менән хуш еҫле сәй табыны артында «түңәрәк өҫтәл» башланды.

Яҡындары баҡыйлыҡҡа күскән уҡытыусылар тураһында һөйләһә, иҫән-һау булған коллегалары коллектив тормошонан хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йыйылған мемуарҙарҙың бер өлөшө өҫтәл артында уҡып ишеттерелде.

Иҫтәлектәр уҡытыусыларҙы, бер яҡтан, хәстәрлекле ата-әсә, аҡыллы ҡартатай-өләсәй булараҡ асһа, икенсенән, төпкөл ауылда эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, улар ысын мәғәнәһендә үҙ ваҡытынан күпкә алдан барған ижади ҡарашлы профессионалдар булған икән.
Мәктәпте тамамлаусыларҙың ҡайһылары Сирғол уҡытыусыларының шәхес масштабы шул тиклем юғары булыу сәбәпле, уларҙың кимәленә етә алмауҙан ҡурҡып, үҙенең педагогия вузына инергә баҙнат итмәүен таныны. Ә башҡаларҙы уҡытыусылары, киреһенсә, ошо һөнәрҙе һайларға дәртләндергән. Был турала үҙ телмәрендә ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов әйтеп үтте.

Мәктәп ветерандары Зөбәйҙә Ибраһим ҡыҙы Юлдашбаева, Рәшиҙә Мәһәҙей ҡыҙы Хәсәнова, Фирҙәүес Минһаж ҡыҙы Дүшәнбаева-Хәлитованың сығыштары айырыуса сағыу булды.

"Шул тиклем күңелгә йылы, хатта ҡайтҡы килмәй", – тип “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ҡараңғы төшкәс Хәтер көнөн ойоштороуға күп көс һалған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фәниә Шәкир ҡыҙы менән Рәмил Батырйән улы Искәнйәровтарға рәхмәт әйтеп таралышты.

Динә ТЕРЕҒОЛОВА, С.М.Ноғмановтың өлкән ҡыҙы.

Ошо көндө күрә алмаған уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә мәңгелек хәтер

Абдуллин Руслан Фуат улы (1956–2001)

Абыҙов Ишбулды Солтан улы (1937–2006)

Аҙнағолова Таңһылыу Хәмзә ҡыҙы (1956–1976)

Аҡсурина (Әсләмчина) Гөлнур Йәғәфәр ҡыҙы (1956–2019)

Аҡсурин Кәрим Лотфулла улы (1954–2023)

Аллаббирҙин Ғәйнетдин Арыҫлан улы (1930–1984)

Атнағолов Рафаэль Әхмәт улы (1957–2005)

Байсурина Разия Ғәфиәтулла ҡыҙы (1928 –2010)

Батталова Мәрйәм Иғҙислам ҡыҙы (1942–2022)

Батталов Мәхмүт Динислам улы (1940–2015)

Батталов Рамаҙан Динислам улы (1925–2000)

Бикбаева Гөлсәскә Сабирйән ҡыҙы (1946–2018)

Бикбаев Мөхтәр Хәсән улы (1932–1991)

Бикбаев Хәйерзаман Хәсән улы (1923–2003)

Бикембәтова Әсмә Сәғит ҡыҙы (1932–2008)

Ғүмәров Байгилде Саҙретдин улы (1937–2017)

Илембәтова Хәлиҙә Хәйрулла ҡыҙы (1956–2021)

Ишмөхәмәтов Мансур Харис улы (1964–2005)

Ишмөхәмәтов Фәрит Сәғитулла улы (1946–2021)

Камалова Фирүзә Ялал ҡыҙы (1931–1993)

Ҡолмөхәмәтова Зәйтүнә Вәлиулла ҡыҙы (1940–2018)

Ҡолмөхәмәтова (Хәлитова) Зәйтүнә Хөббулла ҡыҙы (1948 –2018)

Ҡолмөхәмәтова Сания Вәли ҡыҙы (1935–2011)

Ҡолмөхәмәтов Риф Исхаҡ улы (1942–2018)

Мәғсүтов Сәйетғәле Минеғәле улы (1955–1999)

Малабаев Вадим Ислам улы (1959–2022)

Мәсәғүтова (Байгузина) Земфира Сәмиғулла ҡыҙы (1950–2011)

Монасипова (Ҡолоева) Зөбәржәт Ғиниәт ҡыҙы (1952–2022)

Ноғманов Сәлимйән Мәхийән улы (1926–1982)

Рамаҙанов Әнүәр Ноғоман улы (1937–2024)

Сәйфуллина Баныу Ғариф ҡыҙы (1928–2019)

Сайфуллин Ғәлим Ғәзиз улы (1927–2004)

Тайсин Ғариф Фәттәхетдин улы (1949–2014)

Татлыбаева Зилә Сәлихйән ҡыҙы (1967–2011)

Теләүбирҙин Салауат Әбделхай улы (1947–2008)

Туймаҡаева Ғәйшә Әхмәт ҡыҙы (1946–2009)

Фәхретдинов Ғәзиз Хәлил улы (1983–2020)

Хәсәнов Салауат Булат улы (1941–2021)

Шәрипов Дамир Фәүзи улы (1958–2005)

Юлдашбаева Луиза Хәйрулла ҡыҙы (1959–2020)

Юлдашбаев Урал Мостафа улы (1953–2015)

Юлдашбаев Фәхрислам Иғҙислам улы (1937–2001)

Яҡупов Әмир Әхмәтсәлим улы (1953–2021)

Теманы дауам итеп

Сирғол урта мәктәбе 1971 йылда асылған. Торараҡ ул – тулы булмаған, ә аҙаҡ башланғыс мәктәп булараҡ 2021 йылға тиклем теүәл 50 йыл эшләй. Көслө, ижади коллектив туплана белем усағында. Уҡытыусылар коллективынан торған “Ҡарасәй” ансамбленең генә лә республика кимәленә күтәрелеп, халыҡ исеме яулауы оло баһаға лайыҡ.  Ярты быуат ҡына эшләһә лә был мәктәп район, республика кимәлендә танылыу яулаған шәхестәргә башланғыс бирҙе. Әгәр арабыҙҙа күңелле мәктәп йылдарын, яратҡан уҡытыусыларын, ә бәлки шунда бергә эшләгән коллективын матур хәтирәләр менән иҫкә алыусылар булһа, хаттар көтөп ҡалабыҙ. Сирғол мәктәбе – район тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө, бөтһә лә, хәтерҙән юғалмаһын!

Редакция.

Автор:
Читайте нас