

Кисә баш ҡаланың "Торатау" конгресс-холында республикабыҙҙың иң матур, иң уңған, һоҡланғыс аҫыл заттары йыйылды. Бер нисә йыл даими үткәрелгән был сара быйыл Башҡортостандағы ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышында сараның бик әһәмиәтле булыуын билдәләп, ихлас ҡыуаныуын, бәхетле булыуын йәшермәне. "Бөгөн был залда Башҡортостандың сәскәләре йыйылған", - тине Радий Фәрит улы гүзәл затты яҙ байрамы менән ҡотлап. Ул бик күптәрҙе юғары наградалар менән билдәләне.
Беҙҙең райондан был сарала Ибрай ауылынан китапханасы, ике хәрби әсәһе Сәүиә Ҡолмөхәмәтова, Бикбау ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре, өлгөлө ғаиләһендә ике ул үҫтереп, ҡәрсәй булған Гүзәл Итбаева һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙең әсәһе Зилә Ғәббәсова ҡатнашты. Улар саранан байрам кәйефе алып, ҡыуанып йөрөп ҡайтты.